Мәғәнә07.12.2011
Һорай кеше:
"Нимәлә, — тип, —
Ғүмерҙең мәғәнәһе?"
Уны белһә
Беләлер тик
Аллаһы Тәғәләһе.

(Тәүбә!..) Үҙем
Алла түгел.
Һәм түгелмен мулла ла.
Һеҙҙең күҙегеҙгә ҡарап
Әйтәм шулай булһа ла:

"Әйтмәһендәр,
Ғүмерен, тип,
Зая итте был бәндә.
Хатта табут һатыусы ла
Илаһын...
Һин үлгәндә..."
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад