Алда07.12.2011
Ялған беҙҙең тарихыбыҙ,
Ялған — киләсәгебеҙ.
Бөгөнгөбөҙ ялғанлығын
Һуңынан беләсәкбеҙ.

Берәүҙәрҙе алдайбыҙ ҙа,
Үҙебеҙ ышанабыҙ:
Йәйебеҙ үтә арбаһыҙ.
Һәм үтә ҡыш санаһыҙ.

Президенттар алдашалар,
Премьерҙар йөпләп тора.
Депутаттар алдашырға
Йөкләмә йөкләп тора.

Әгәр яттар илебеҙҙең
Хәлдәрен һорай ҡалһа,
Маҡтанырлыҡ бер сәбәп бар:
Алдау буйынса — алда.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад