Үп, әйҙә!07.12.2011
Күпереп ташҡан
Ҡымыҙмы ни —
Сәскә атҡан
Сирендәр.
Беҙ икебеҙ.
Бер-беренә
Яҡынайған
Ирендәр.

Беҙгә фатихаһын бирә
Күк муллаһы
Ай бабай.
Әйтә төҫлө,
Күҙен ҡыҫып:
"Ҡустым,
Берҙе үп, давай!"

Япраҡ араһына
Сумып,
Ана бит,
Ағастарҙа
Һөйгәндәрен
Суп-суп итеп,
Үбә
Һандуғастар ҙа.

...Иҫерткес ул,
Тилерткес ул
Күрә белһәң
Төн төҫөн.
Әйтерһең дә,
Төн яралған
Фәҡәт
Үбешер өсөн.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад