Әсир07.12.2011
Һәр бер яра
Онотола бара
Һәм йотола икән
Үткәндәр.
Онотолмай ләкин
Тәүге тапҡыр
Ирененән һурып
Үпкән йәр.
Ғүмер буйы ул йөй
Йәндә йөрөй,
Ғүмер баҡый
Балҡый йөрәктә.
Күпме кеше
Мөхәббәттән ғәрип —
Һыр бирмәгән булып
Йөрөһәк тә.
Һөйөү —
Үҙе яу яланы икән:
Керпектәр — уҡ,
Күҙҙәр туп һымаҡ.
Шул туптарҙан тоҫҡап
Атыуҙары
Йөрәктәрҙе ялмай
Ут һымаҡ.
Ҡотолоу юҡ һиңә
Ошо яуҙан,
Саралар юҡ
Ҡаршы торорға.
Ҡулдарымды бары
Күтәрәмен —
Мин ризамын
Әсир булырға.
Салауат Әбүзәров