Маҡталыуға ныҡ күнекте кеше07.12.2011
* * *
Маҡталыуға ныҡ күнекте кеше,
Эше төймә ҙурлыҡ, һүҙе — дөйә.
Хатта олпат-олпат ағайҙар ҙа
Айыу булып, төлкө туны кейә.
Ҡарға ҡарҡылдаһа, һайрай, тибеҙ,
Кәзә сапһа: "О, был кейек бит!"
Кетәктә бер әтәс ҡысҡырҙымы,
Ебәрәбеҙ уны бөйөк тип.
Моронлаған тауыҡ себешенең
Үлсәйбеҙ беҙ ҡанат ҡоласын:
"Был бит зәңгәр күкте телеп осор
Торғаны бер ҡыйғыр ыласын..."
Маҡтай-маҡтай, бүләк тапшырабыҙ,
(Биргәнебеҙ — дәүләт малы бит!..)
Алғанына теге шөкөр итмәй,
Усын һона тағы: "Мало!" — тип.
Һәм "әтәстәр" күкрәк киреп йөрөй,
Кикрек сөйөп йөрөй, дан булғас.
...Тик күр, ана, "ем"гә өмөт итмәй
Үҙәктәрҙе өҙә һандуғас.
Салауат Әбүзәров