Милләтебеҙ яҙмышын ҡайғыртып йәшәүсе Рәшит Шәкүровтың яҡшы сифаттары һанап бөткөһөҙ. Ғалим булараҡ, дүрт йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм монография яҙған. Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһында топонимика мәсьәләләре, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла ижады хаҡында байтаҡ сығыштар яһаны, төплө хеҙмәттәре республикабыҙ матбуғатында даими донъя күреп тора. Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһын төҙөүҙә ҡатнашып, уны баҫтырып сығарыуҙа оло эш башҡарҙы.
Ул эшләгән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алған йөҙәрләгән студенттар һәм Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы ағзалары Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын фәҡәт ғалим, шағир, публицист Рәшит Закир улы Шәкүровҡа биреү ғәҙел булыр ине, тип иҫәпләй.
Кәрим БУЛАТ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.