Робинзон07.12.2011
Яҙмышым —
Туғыҙынсы вал,
Ғүмерем —
Диңгеҙ.
Елкәнһеҙ кәмә
Кеүекмен,
Бәғерем,
Һинһеҙ.

Диңгеҙем һыуы
Тоҙланған,
Һыуы
Бик әсе.
Юҡ, ҡәҙерлем,
Тоҙ түгел, ул —
Йөрәгем йәше.

Бәлки,
Яҙмыш еле ташлар
Яттар ярына.
Ләкин һинһеҙ
Ул ярҙа мин
Робинзон ғына.
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад