Рухи тамыр ҡоромаҫ17.11.2011
Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолған “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклоры байрамы күңелдәргә шатлыҡ, илаһилыҡ бүләк итте.
Өс көн дауамында барған сарала һигеҙ йөҙгә яҡын ҡатнашыусыны үҙ эсенә алған ҡырҡтан ашыу үҙешмәкәр коллектив сығыш яһаны. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, Санкт-Петербург, Яр Саллы ҡалаларынан, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән ашҡынып килеп еткән милләттәштәребеҙгә рәхмәттәр яуһын.
Шуныһы һөйөнөслө: быйылғы сара тематик йәһәттән бай, сағыу булыуы менән айырылып торҙо. Күп сығыштарға 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға арналған элементтар индерелгәйне. Милләтебеҙгә генә хас биҙәктәрҙе ҡулланып, фәлсәфәүи уйланыуҙарға ҡоролған сценарийҙар, үҙҙәре йәшәгән ерлектә тыуған, быға тиклем бер ҡайҙа ла ишетелмәгән йырҙар, өзләүҙәр, сеңләүҙәрҙең яңғырауы ҙур әһәмиәткә эйә. Иң мөһиме — сығыш яһаусылар араһында рухи уртаҡлыҡ бар.
Сит өлкәләрҙән килгән милләттәштәребеҙҙең сығышы үҙенсәлекле, һоҡланғыс булды. Ҡурған өлкәһе Әлмән районының Шәрип ауылынан “Бәхет” фольклор ансамбленең шул ерлектә һаҡланған ҡатай башҡорттарының ғөрөф-ғәҙәттәре, алыҫ Санкт-Петербургта үҫеп тә, йөрәгендә башҡорт рухы йәшәгән егеттәребеҙҙең дер һелкетеп бейеүе, Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһынан Миңзәрә Аҡҡошованың үҙе ижад иткән йыр-ҡобайыры, Хәйбулла районынан “Ҡош юлы” ансамбленең 82 йәшлек етәксеһе Әсмә Усманованың сеңләүе үткәндәргә салауат, киләсәккә аманат булып яңғыраны.
Балаларҙың күпләп ҡатнашыуы ла һөйөнөслө. Һөҙөмтәлә быйылғы “Ашҡаҙар таңдары” башҡорт фольклор байрамының еңеүселәре билдәләнде. Гран-приҙы әбйәлилдәрҙең “Сәсмәүер” фольклор ансамбле яуланы. Эйе, улар дәртлелеге, күңел көрлөгө, халыҡсанлығы менән алдырҙы.
Беренсе урын биш коллективҡа – Ишембай районының Ишәй ауылынан “Хазина”, Әлшәйҙән “Әхирәттәр”, Сибайҙан “Йәнгүҙәй”, Благоварҙан “Мираҫ”, Ҡурған өлкәһенән “Бәхет” фольклор ансамблдәренә бирелде. Шулай уҡ Благовар районынан Илмир Ҡоҙабаев, Стәрлетамаҡтан Ҡолдобаевтар ғаиләһе лә еңеүселәр иҫәбендә.

Розалия Солтангәрәева, сәсәниә, филология фәндәре докторы, жюри рәйесе:
— Фестивалде бер ниндәй концерт та алмаштыра алмай, сөнки бында беҙҙең бөтөн рухи байлығыбыҙ һалынған.
Бейеүҙәр буйынса тәҡдимдәрем бар. Беҙҙең башҡортта һеңкелдәтеп, тыпырлатып бейеү онотолоп бара, ул — дала башҡорттарының үҙенсәлеге. Ирҙәргә билдән юғары бот күтәрергә ярамай, ул Тәңрегә тибеү менән бер. Ҡыҙҙарға, һынды тура тотоп бейеп, ғорур башҡорт тәбиғәтен асып бирергә тырышырға кәрәк.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары яугир булған. Кутузов уларға: “Ҡайтығыҙ!” — тип әйткән, әммә улар: “Ҡайтмайбыҙ!” — тип яуап биргән. Һалдырып бейеү “үҙ еремә — мин хужа” тигәнде аңлата. Ир-егеттәр, йәшенә ҡарап, аҡ елән йә күк сәкмән кейгән, ҡыҙҙарҙың кейеме ҡыҙыл төҫтә булған.

Айрат Ҡобағошов, композитор:
— Беҙ ошо өс фольклор байрамы аша күп мәғлүмәт белдек, халыҡтың һулышын тойҙоҡ. Әйтәйек, Ҡурған өлкәһенең ҡатай башҡорттары үҙ традицияларын һаҡлап алып ҡалған. 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһын сағылдырған сығыштар ифрат күп булды.

Әхмәт Сөләймәнов, филология фәндәре докторы, профессор:
— Сараға Һарытау, Һамар яҡтарын да йәлеп иткәндә яҡшы булыр ине. Әбйәлилдәрҙең сығышы бик шәп! Ер һатыуҙың нимә икәнлеген аңлаттылар. Беҙҙең алтмыштан ашыу ырыуыбыҙ бар. Уларҙың бейеүҙәре лә үҙенсәлекле булды.
Роза ҠОБАҒОШОВА.


Вернуться назад