Күргән һайын һеҙҙе07.12.2011
* * *
Күргән һайын һеҙҙе
Йөрәк һыҙлар,
Ҡыҙҙар.
Күҙҙәрегеҙ, гүйә
Өтөп алыр
Ҡуҙҙар.
Йөрәк бөткән көйөп,
Ләкин һөйөп
Туймай.
Аңһыҙ сабый кеүек
Ул ут менән
Уйнай.
Беләм, бер мәл янып,
Әйләнер ҙә
Көлгә
Һәм ашлама булыр
Көршәктәге
Гөлгә...
Салауат Әбүзәров