Якорь07.12.2011
Зәңгәр күҙеңә
Ташланым
Йөрәкте
Якорь һымаҡ.
Күҙҙәреңдең
Төптәрендә
Ул мәңге
Ятыр һымаҡ.

Ел бәүелткән
Толомдоң
Тулҡыны —
Туғыҙ валлы.
Мөхәббәт тигән карабым
Саҡ ҡына
Аумай ҡалды.

Ауа икән,
Үкенес юҡ —
Күҙҙәреңә
Батырмын.
Һәм йылытып
Йөрәгеңде
Мин ҡосаҡлап
Ятырмын.
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад