Зарлана күрмә18.08.2012
“Яңғыҙмын”, — тип, юҡ,
зарлана күрмә,
Таянырға бар бит бер Аллаң.
Доға уҡы, еңеллектәр килер,
Сәждә ҡылып торһаң, намаҙҙан.
Иртәгәһен бары тәңре белә,
Тәҡдирҙәргә беҙҙең ни яҙған?
Йыһандарҙан килә изге әмер,
Күктән ергә инә моң-аҙан.
Дүрт һаның да теүәл,
собханалла,
Шөкөр ҡыла беләйек барына.
Насип булған оло ниғмәттәргә,
Доға ҡылып торайыҡ табынға...
Дилә БУЛГАКОВА.