"Ҡамыр батыр"07.12.2011
Тыуған ергә ҡайтып төштөм
Йүгерек батыр һымаҡ.
(Шикләнһәгеҙ, йә, ҡарағыҙ
Минең көсөмдө һынап!)
Бында ҡайтһам, әкиәттә
Кеүем тоям үҙемде.
Һыу уртлар батыр шикелле
Мин уртланым Еҙемде.
Мөхәббәттән аҙған нәфсе
Унан ғына туямы?!
Тау күсерер батыр булып,
Алдым Уҡлыҡаяны.
...Китергә лә ваҡыт еткән,
Тағы ҡасан ҡайтырмын?
Күҙҙәремә йәш төйөлдө —
Э-эй, мин — "Ҡамыр батыр"мын.
Салауат Әбүзәров