Балдан татлы һөйөү17.08.2012
Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Яратылмай йәшәү —
мәңге күңел өшөү” тигән мәҡәләһен (2012 йыл, 8 июнь) диҡҡәт менән уҡып сыҡтым. Тәьҫораттарымды
шиғыр рәүешендә яҙып ебәрәм.

Яратыуҙы аңлай белеү — ул бит
Күңелеңдең иң-иң үрҙәре,
Йәннәттәге кеүек
һыйлы-майлы
Ҡунаҡ өҫтәленең түрҙәре.

Яратыуҙы аңлай белеү —
Бәхеттәрҙең күҙҙәй тулыһы;
Ҡалын-ҡалын боҙҙар ирегәндә,
Татып ҡалыу ҡояш йылыһын.

Балдан татлы һөйөү емештәре
Үҫкәнбеҙ бит ҡәҙер-хөрмәттә.
Атай-әсәйле беҙ, шөкөр итәм:
Нисек кенә йәшәп үҫһәк тә.

Ауыр сирҙән һаҡлап һөйөү аша
Әсәй йәше тамды битемә:
Йәнен бирергә лә риза булып
Балаҡайы — бәғер итенә.

Яратам, тип әйтеү ул һүҙ генә,
Әйтелмәһә була аңлатып.
Тик балалар белһен: атай-әсәй
Йәшәй бала өсөн йән атып.

Яратам, тип әйтмәһә лә әсәй,
Һулышынан тойҙоҡ йылыһын.
Ни бирһәк тә уға ҡаплай алмаҫ
Бурыстарҙың теүәл тулыһын.

Фәниә САТУЧИНА.
Салауат ҡалаһы.


Вернуться назад