Ауыр уйҙар баҫты башты07.12.2011
* * *
Ауыр уйҙар баҫты башты:
Ғәмһеҙлек упҡынының
Мин, ахыры, донъялағы
Бисара тотҡономон.
Күңелдә, гүйә, йыр түгел,
Сынйыр сыңлай сың да сың.
Йөрәк ҡаға ҡапҡаларын
Фанилыҡ зинданының.
Айбалтаһын иңгә һалып,
Ғаләм һаҡсыһы һаҡта,
Асылып китер ҙә ҡапҡа,
Күсермен теге яҡҡа.
Ирек һөйгән был йөрәгем
Ысҡыныр күсәренән.
Осор ул күктә шаярып
Шаян йондоҙҙар менән.
Йәрем, ниңә бойоғаһың?
Һыҡтамасы ҡалам тип,
Мин һине лә үҙем менән
Йөрәгемдә алам бит.
Салауат Әбүзәров