Данлауҙарға иҫе китмәй07.12.2011
* * *
Данлауҙарға иҫе китмәй,
Үҙгәреш юҡ йөҙөндә.
Күпме тырыш, табып булмаҫ
Маһайыуҙың эҙен дә.

Дошманға ла шул ҡиәфәт,
Дуҫтарға ла шул уҡ һын.
Бер йөнө лә ҡыбырламаҫ,
Хет батшаһы юлыҡһын.

Берәүҙе лә маҡтмай ул,
Берәүгә таҡмай ғәйеп...
Фәҡәт үҙе булып ҡалған —
Табутта ята — мәйет.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад