Баш ҡалала ауыл-музей барлыҡҡа киләсәк16.08.2012
Баш ҡалала ауыл-музей барлыҡҡа киләсәкӨфөнөң йөҙөн билдәләгән ағас йорттар һәм ҡоролмаларҙың киләсәге өсөн хәҙер борсолорға урын юҡ – улар тиҙҙән Өфөлә үҙенсәлекле музейға берләшәсәк. Был иң тәүҙә тарихи өйҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн эшләнһә, шулай уҡ республикабыҙға туристарҙы йәлеп итеү йәһәтенән дә отошло алым буласаҡ.

2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы советы ултырышы һәм БРИКС осрашыуы үтеүе көтөлә. Ошо һәм башҡа донъя кимәлендәге мөһим сараларға баш ҡалабыҙ бөгөндән әҙерләнә башланы. Ағас ҡомартҡылар музейы ла Өфөнөң йөҙөн сағылдырған, урындағы халыҡтың һәм туристарҙың яратҡан ял урынына әйләнер тип өмөтләнә белгестәр.
Бындай асыҡ һауала урынлашҡан музейҙар сит илдәрҙә ныҡ таралған. Беҙҙеке лә уларҙан кәм булмаһын өсөн төҙөүселәр бөтөн көсөн һаласаҡ. Башҡортостан Президентының архитектура буйынса советнигы Ришат Муллагилдин тап ошоға ышандырҙы ла инде.
Парк-музей мәҙәниәт усағы ғына булып ҡалмаясаҡ, ә ял һәм белем алыу үҙәгенә әйләнәсәк тип көтөлә. Ул "Иҫке Өфө" һәм "Халыҡ-ара ауыл" тип аталған ике өлөшкә бүленәсәк. Беренсеһендә баш ҡаланың ағас архитектураһы өлгөһө булған 15 – 20 йорт урынлашасаҡ. Уларҙың бер өлөшө бөгөн ныҡ иҫкергән һәм һүтеп алынған. Яңыртылғандан һуң улар ошо музей биләмәһендә ҡабаттан ҡороласаҡ. Үкенескә ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында юғалған ҡомартҡыларыбыҙ ҙа байтаҡ. Улар иһә һаҡланып ҡалған фотолар менән һыҙмаларҙан тергеҙеләсәк.
"Халыҡ-ара ауыл" иһә тиңе булмаған проектҡа әйләнәсәк. Бында Япония, Ҡытай, Корея, Норвегия, Дания, Германия кеүек илдәрҙең архитектура өлгөләре урынлашасаҡ. Мәҫәлән, Японияла иҫке йортто утилләштереү үтә лә ҡыйбатҡа төшә, уны сит илгә оҙатыу күпкә отошло икән. Музейҙың тап ошондай йорттар менән тулыланыуы мөмкин. Шулай уҡ Өфө ҡунаҡтары өсөн 100 номерлыҡ ҡунаҡхана төҙөләсәк.
Музейҙағы йорт-ҡоролмаларҙың эсе лә үҙ заманына яраҡлаштырып биҙәләсәк. Шулай уҡ бында килгән ҡунаҡтар милли ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар менән танышасаҡ, боронғо кәсепселек өлгөләренә тамаша ҡыласаҡ. Уҡыусылар һәм студенттар өсөн бында асыҡ дәрестәр үтәсәк. Йәғни, һәр кем үҙен үткән замандарға барып, ул мәлдәге халыҡтың көнитмешен күреп ҡайтҡандай хис итәсәк.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад