Эврика07.12.2011
Архимед ҡарт
Ваннаһында ятып
Асҡан, тиҙәр,
Үҙенең ҡанунын.
Был ҡанундың
Хаҡлы икәнлеген
Күҙҙәреңә баҡҡас,
Таныным.

Һөйөү тулы
Күҙҙәреңә сумдым,
Мөхәббәтең
Ташып түгелде,
Ә ғашиҡтар өсөн
Ошо үҙе
Иң бөйөк бер асыш
Түгелме?!

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад