Йәнлектәрҙең дуҫы16.08.2012
Йәнлектәрҙең дуҫыЗөфәр Толомғужинды күптәр яҙыусы ғына түгел, ә йәмәғәт эшмәкәре, журналист булараҡ та белә. Ул республиканың “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәрендә көнүҙәк мәҡәләләр менән сығыш яһай. Һуңғы ваҡытта уның тарафынан яҙылған “Шәжәрә тәрбиәгә эйә” исемле өс китабы донъя күрҙе.

aЯңыраҡ “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге Торатау янында Зөфәр Толомғужиндың 70 йәшлек юбилейын үткәрҙе. Зөфәр ағайҙың дуҫтары, туғандары, йәмәғәтселек әһелдәре яҙыусыны, кеше, шәхес булараҡ, яҡшы хеҙмәттәрен билдәләп, уға һаулыҡ, сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләп ҡотланы.
Бына шуға күрә лә ошо юбилей айҡанлы яҙыусының ҡайһы бер әҫәрҙәре буйынса йәмәғәтселеккә уҡыусы фекерен еткерге килә.
2010 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте Зөфәр Толомғужиндың “Олатайҙар эҙенән” исемле китабын баҫып сығарғайны. Ул хикәйәләр, күҙәтеүҙәр, һығымталар йыйынтығынан тора. Китаптағы еткерелгән бер фекер менән килешмәй булмай. Унда: “Беҙҙең башҡорт яҙыусылары йәнлектәр тормошо, уларға бәйле ваҡиғалар хаҡында бик яҙып бармай, ә бит бөйөк рус яҙыусылары Тургенев, Аксаков, американ Джек Лондон, ҡаҙаҡ яҙыусылары йәнлектәр тураһында хикәйәләр һәм повестарын бик мауыҡтырғыс итеп яҙа, бирелеп уҡыйһың уларҙы, ә беҙҙә Сабир Шәрипов, Ғәлим Хисамов һәм Георгий Кацериктың яҙмаларынан башҡа һунарсылар һәм Йәнлектәрҙең дуҫыйәнлектәр тормошонан алып яҙылған бер генә әҫәр ҙә юҡ тиһәң дә дөрөҫтөр. Булғандары ла өҫтән-мөҫтән генә яҙылған”, тиелә.
Ә Зөфәр ағай Толомғужин ошо үҙенең әҫәрендә айыуҙар тураһында бик ентекле итеп яҙған. Һуғыштан һуңғы осорҙағы 50-се йылдарҙан алып әлеге ваҡытҡа тиклем айыуҙар менән булған хәлдәрҙең һәр береһен тиерлек һүрәтләп биргән. Ундай мәғлүмәттәрҙе ул, ауылдан ауылға йөрөп, халыҡтан һорашып йыйған. Зөфәр ағайҙың әҫәрендә иң ныҡ ҡыҙыҡһындырғаны — айыуҙарҙың кешеләргә ташланыу күренештәрен һүрәтләү.
Яҙыусы, айыуҙар тураһында яҙып, шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙың боронғо һунарсылыҡ шөғөлөн тергеҙеү мәсьәләһен дә күтәрә. “Олатайҙар юлынан” исемле хикәйәлә тап шул турала яҙылған. Хәҙерге йәш ирҙәрҙең эшһеҙ йөрөүенә көйөнөп, ҡарт һунарсы Ҡунаҡбай Әкрәм исемле ейәненә ошо боронғо шөғөл менән көн күрергә кәрәклеге тураһында һөйләй. Уның: “Үҙ төбәгеңдең байлығын файҙалана, атай-олатайҙар тәжрибәһенә таяна белһәң генә йәшәү мәғәнәһен аңлаясаҡһың, ғүмерҙең мәғәнәһе лә буласаҡ”, — тип әйтеүе Әкрәмде уйландыра башлай. Олатаһының “тәрбиәһе” бушҡа китмәй, һәм Әкрәм һунарға йөрөргә тотона. Хикәйәнең кульминацияһы — Әкрәмдең айыу менән алышыуы, ул йыртҡысты үлтереү менән тамамланһа ла, үҙе бик ҡаты яралана. Ярай әле, һунарсының Аҡтырнаҡ исемле эте була. Ул ғына Әкрәмдең көс-хәл менән яҙылған ҡағыҙын хужаһының әмере буйынса алып ҡайтып еткерә. Ә өйҙә үҙ балаһы өсөн хафаланған әсәһе, атаһы һәм туғандары, Аҡтырнаҡ алып килгән ҡағыҙ буйынса барып, Әкрәмде ҡотҡара.
Һуңынан, был 16 йәшлек егетте дауаханаға һалып, операция яһағас, уның таныштары шаяртып, 14 йәшендә айыуҙы үлтергән Салауат Юлаев менән сағыштырып: “Һаумы, Салауат!” тип сәләмләйҙәр икән... Ә Әкрәм үҙе ошо хәлдән һуң, олатайҙар юлын һайлап, ысын һунарсы булып китә.
Башҡа хикәйәләрҙә яҙыусы Зөфәр Толомғужин халҡыбыҙҙың социаль-көнкүреш өлкәләрендә булған икенсе мәсьәләләрҙе лә күтәргән. Ә ниндәй мәсьәләләр, тигән һорау тыуһа, уҡыусыларға ошо китапты уҡырға тәҡдим итәм.
Ирек АГИШЕВ.


Вернуться назад