Оҫта яҙылған мауыҡтырғыс китапты уҡығанда, үҙем өсөн яңы автор асыуыма һәр саҡ ҡыуанам. Оло йәштә китаптан алған кинәнесте, хис-тойғоно бер аҙ йәшерә белергә лә кәрәктер, бәлки. Әхлаҡ, рух, күңел байлығы, айырыуса йәштәр араһында, кәмегән, магазин кәштәләре сирҡаныс күренештәр, ҡанһыҙлыҡ, ҡырағайлыҡ менән һуғарылған китаптарҙан һығылып торған осорҙа яҡты, саф әҫәрҙәр шатландырып ҡына ҡалмай, Рәсәйҙең киләсәгенә, рус классикаһының һәм күп милләтле совет әҙәбиәтенең иң яҡшы йолаларын дауам иткән рәссамдар тыуыуына өмөт уята.
Уҡыған китаптарымдың илебеҙҙең баш ҡалаһында түгел, ә Уралда ижад ителеүен айырып билдәләргә теләйем. “Щедрый Буге”, “Боцман”, “Маха”, “Скитники”, “Золото Алдана” тигән мауыҡтырғыс китаптарҙың авторы Камил Фәрухша улы Йыһаншин Өфөлә йәшәй. Уның менән ике йыл элек Рәсәй Яҙыусылар союзы пленумында осраҡлы ғына таныштым. Аралашыу барышында шуны белдем: аҡыл һәм ихтыяр көсөн талап иткән етди һөнәрҙәрҙе байтаҡ алмаштырған икән танышым. Бына, мәҫәлән, совет осоронда Владивостоктағы “Вольный” кит аулау карабында матрос менән “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһындағы Элемтә идаралығының төп инженеры араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар? Йәки башта радиолаборатория етәксеһе, унан һуң Уссури тайгаһында профессиональ һунарсы-кәсепсе булыу. Ә бит кеш аулау физик сыҙамлыҡ, түҙемлек, ныҡышмалылыҡтан тыш, һунарсынан иҫәпһеҙ-һанһыҙ эҙҙәрҙең үҙеңә кәрәклеһен табыу оҫталығын да талап итә.
Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡапҡанға эләккән ҡомаҡтан ажарыраҡ, тырнағы айыуҙыҡынан үткерерәк ҡырағай йәнлек — ҡоно менән осрашһаң, үҙеңде нисек тоторға? Хатта айыу ҙа бит уҫал күршеһенә юл бирергә тырыша. Буласаҡ яҙыусыға Уссури юлбарыҫы менән дә күп тапҡырҙар күҙгә-күҙ осрашырға тура килә.
Камил Йыһаншин әлегә биш китап ҡына сығарған. Әммә бишәүһе лә алтынға бәрәбәр. Улар ҡайһы бер күп томлы әҫәрҙәр менән дә ҡыйыу ярыша ала.
Китаптарҙың авторы материалды төплө белә, тайганың серле-мөғжизәле үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын нескә тоя, аңлай. Яҙыусы үҙ геройҙарын кешелек сифаттары менән биҙәмәй, уларҙың холоҡ-фиғелен беҙгә яҡын һәм аңлайышлы булған тирә-яҡ мөхит (экология) менән тығыҙ бәйләнештә аса. К. Йыһаншин үҙенең персонаждары менән уларҙың телендә һөйләшә. Һеләүһендең балаһын һунар итергә өйрәтеүен, шәшкеләрҙең күңелле уйынын йәки кескәй ҡошсоҡтоң оя ҡороуын тәүгә күреп һоҡланған ҡала кешеһенең тәьҫораттары ят уға. Шул уҡ ваҡытта һоҡланғыс китаптарҙың авторы тайга флораһы батшалары — женьшень менән алтынтамырҙың сәскә атыуын сабырлыҡ менән күҙәтә. Камил Йыһаншин ошо һирәк осрай торған үҫемлектәрҙең ғүмерен йәшәү өсөн даими көрәш алып барған кеше ғүмере менән сағыштыра.
Камил Фәрухша улы үҙенә генә хас алымдарҙы, һиҙгерлеген һәм итәғәтлелеген файҙаланып, тәбиғәт менән бәйләнешкә инә, холҡон, тойғоларын ҡырағай йәнлектәргә үҙе теләп, еңел буйһондора. Шулай булмаһа, геройҙарының серле тормошо хаҡында сағыу, ихлас итеп яҙа ла алмаҫ ине.
Авторҙың кеше менән тайга донъяһы араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында фәлсәфәүи фекер йөрөтөүе һөҙөмтәһендә беҙҙә лә, уның әҫәрҙәрен уҡыусыларҙа, “кескәй дуҫтарыбыҙ”ға ҡарата һөйөү тойғоһо уяна.
Беҙ фауна менән флора, йәғни кешелек кеүек үк Ер планетаһындағы йәнле заттар өсөн ҡурсаулыҡтар ойоштороп, үҙебеҙҙе тынысландырабыҙ. Асылда иһә был ҡурсаулыҡтар АҠШ-тағы индеецтар резервацияһын хәтерләтә бит. Тик ул хайуандар донъяһы өсөн тәғәйенләнә, майҙаны ғына киңерәк.
Яҡты әҫәрҙәрҙең авторы Камил Йыһаншин бер нисә йыл дауамында Алыҫ Көнсығыш урмандарында һунарсы булып эшләй. Айҙар буйы тәбиғәт ҡосағында яңғыҙ йәшәргә тура килә уға. Ә һунарсы тормошо тәүтормош кешеһенең көнкүрешенән әллә ни айырылмай. Ошоно Камил Фәрухша улы әҫәрҙәрендә сағыу күрһәтә. Тап шул йылдарҙа ул кешенең йәнлектәрҙе, урманды йыртҡыстарса ҡыйратыуын аңлай. Башҡортостанда уның Ҡырағай йәнлектәрҙе һаҡлау фондын ойоштороуы ла, республикала хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлап ҡалыуға, тулыландырыуға тос өлөш индереүселәр өсөн “Урман рыцары” премияһын булдырыуы ла осраҡлы түгел.
“Скитники” һәм “Золото Алдана” романдарында уҡыусы Уссури тайгаһының, Урал, Себер, төньяҡтың бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы менән танышып ҡына ҡалмай, авторҙың эстетик-фәлсәфәүи хикәйәләүе һөҙөмтәһендә рухи яҡтан да байыға. Хайуандар донъяһы менән кеше тормошо артыҡ хис-тойғоға бирелмәйенсә, ниндәй ҙә булһа яһалма бәхәстәрһеҙ, үҙ-ара бәйлелектә тыныс ҡына бәйән ителә. Хатта кеше менән йыртҡыс араһындағы үлемесле алышта ла аҡыллы заттың изгелеге, еңгән хәлдә лә урман хужаларының ғүмерен ҡыймау теләге өҫтөнлөк итә. Һәм ошо аяуһыҙ бәрелештән һуң автор үҙен бик бәхетле, “кеше” тигән бөйөк исемгә лайыҡ итеп тоя.
Тайга тормошоноң бай, гүзәл яҡтарын сағыу, образлы итеп һүрәтләй Камил Йыһаншин. Бер үк ваҡытта кешенең тирә-яҡ мөхиткә ҡарата уйланылмаған аҙымдарын ҡаты тәнҡитләй. Йәшәйеш сығанағы булған тәбиғәттең илаһи матурлығын юҡ итеп кенә ҡалмай кеше, иң элек үҙендә әҙәмгә хас изге, күркәм сифаттарҙы үлтерә, ә был сифаттарһыҙ ул хис-тойғоһоҙ, тупаҫ затҡа әүерелә.
Йыһаншиндың әҫәрҙәрендә ғәҙәттән тыш шарттарҙа, кешенән ихтыяр көсө, таһыллыҡ талап иткән осраҡтарҙа үҙ-үҙеңде нисек тотоу, ҡул аҫтындағы сараларҙы ҡулланыу буйынса ҡыҙыҡлы практик кәңәштәр бирелә. Йыш ҡына бындай күренештәр кешенең, айырыуса ҡаланыҡыларҙың, йомшаҡлығын, көсһөҙлөгөн аңлап, мәрәкәләп һүрәтләнә.
Авторҙың “Золото Алдана” тип аталған һуңғы дилогияһы әҙәбиәткә талантлы, тырыш, изге йөрәкле кеше килеүен тағы ла бер тапҡыр раҫлай.
Уның старообрядсылар тураһында роман яҙыуы хаҡында ишеткәс, Йыһаншиндың ҡулынан килерҙәй эшме был, тип шикләнгәнемде йәшермәйем. “Мосолман кешеһе урыҫ халҡының рухи донъяһына, уның тарихына етди йоғонто яһаған ошо мөһим, фажиғәле ваҡиғаларҙы дөрөҫ итеп сағылдыра алғанмы” тигән уй тыуҙы. Үҙең яҡшы белгән, күңелеңә, булмышыңа яҡын хәлдәр хаҡында яҙыу менән бөтөнләй икенсе ҡараш талап иткән быуаттар төпкөлөндәге күренештәрҙе сағылдырыу араһында айырма ғәйәт ҙур бит. Лексика ла, яҙыу стиле лә үҙенсәлекле булырға тейеш.
Шикләнеүем бушҡа булды. Романды ҙур кинәнес менән уҡып сыҡтым. Уны яҙыу өсөн авторға күпме тарихи материал өйрәнергә, уйланырға тура килгән. Рух ныҡлығы, әхлаҡ менән һуғарылған, инаныуҙарынан сигенмәгән, маҡсатҡа өлгәшеүҙә ныҡышмалы һәм Хоҙай Тәғәләгә сикһеҙ тоғролоҡто һаҡлаған яңы геройҙарының мөхитенә әллә ни ҡаршылыҡһыҙ, еңел генә үтеп инә ул.
Православие быуаты төпкөлөнә бар булмышың, изге хис-тойғоларың менән сумыу, ошо кешеләрҙең старообрядсылыҡҡа тоғролоҡто һаҡлап ҡалыу хаҡына ниндәй ауыр һәм ҡатмарлы юл үтеүен күрһәтеү өсөн күпме ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ кәрәк! Мосолман булараҡ, Камил Йыһаншин урыҫ халҡының, православие кешеһенең иң яҡшы һыҙаттарын, сифаттарын дөрөҫ һәм ғәҙел сағылдырған. Авторҙың үҙ геройҙарына һөйөүе, ихтирамы ихлас һәм сикһеҙ. Ул саф күңелле, изге ниәтле, тотороҡло, ышаныслы кешеләрҙе үҙ итә.
Камил Фәрухша улы Себер тәбиғәтен, көслө рухлы старообрядсыларҙың ҡырыҫ тәбиғәт менән берҙәмлеген йәнле тел менән һүрәтләй. Йыш ҡына ҡоторған стихияға ҡаршы аяуһыҙ алышта кешеләрҙең артҡа сигенергә мәжбүр булыуын күрәбеҙ. Ләкин улар ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар килтергән стихияны ҡәһәрләмәй... Ә ҡайһы саҡта, киреһенсә, тәбиғәт әҙәм балаларының ҡаҡшамаҫ рухы, ныҡышмаллығы алдында баш эйә.
Камил Йыһаншиндың әҫәрҙәренән сафлыҡ, ихласлыҡ бөркөлә. Донъяны бөтә нескәлегендә күрә белгән яҙыусы үҙенең изге йөрәге, һиҙгер күңеле һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы менән әле ауыр осор кисергән әҙәбиәтте байытасағына иманым камил. Бөгөн тап ошондай әҙиптәр етмәй беҙгә.
Һүҙемде йомғаҡлап, тағы ла шуны әйтергә теләйем. “Золото Алдана” романы — материалды тәрән белеп яҙылған, православиеның (старообрядсыларҙың) рухи ҡеүәтен сағыу бәйән иткән тәүге художестволы етди әҫәр.
Күренекле урыҫ философы Эдуард Федорович Володиндың хеҙмәттәрен яҡшы беләм. “Скитник” әҫәренең авторы Камил Йыһаншиндың донъяға ҡарашы идеяһы тап уның философияһына яҡын, тип уйлайым. Яҙыусының китаптарын ололар ҙа, балалар ҙа ҡыҙыҡһынып уҡый. “Золото Алдана” дилогияһы Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаев исемендәге премияға һис шикһеҙ лайыҡ, тигән фекерҙәмен.
Йәмил МОСТАФИН,
Рәсәй яҙыусыларының Юғары ижади советы ағзаһы, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең әҙәби премиялар лауреаты.
Мәскәү ҡалаһы.