Рәми ағай, ҡайтсы илеңә!16.08.2012
Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан — тыуған илкәйем.
Булғанһың бит борон киң күкрәкле
Батыр улдарыңдай, гөлкәйем.

Өҙә-йолҡа торғас яман ҡулдар,
Ҡалғанһың бит кесе ил булып.
Һамар, Ҡурған, Силәбеләр хәҙер
Ҡалды үгәйҙәргә тиң булып.

Буш маҡтана торғас — шул яҡтарҙа
Ябылып бөтөп бара мәктәптәр.
Аяныслы, әммә шул уҡ хәлдә
Беҙҙең йәнәштәге мәктәптәр.

“Илем, телем”, — тиеп янып-көйгән
Рәми ағай, ҡайтсы илеңә!
Һин ҡайтмайса тыуған илкәйеңә,
Һаҡланылмаҫ, ахыры, телең дә.

Ә шулай ҙа, ғәзиз милләттәштәр,
Бөгөлөп төшөү беҙгә хас түгел.
Зәки, Бабич, Рәми кеүек ирҙәр
Бөгөн дә бит илдә аҙ түгел.

Әсләм Арыҫланов


Вернуться назад