Шағир йыры — халҡы йөрәгендә16.08.2012
Башҡортостандың халыҡ шағиры
Рәми Ғариповтың яҙмышы
һәм ижадын уйлап
1
Юғарыла оло түрә ине,
Хоҙай биргән ҡөҙрәт булмаһа ла,
Үҙен маһир тиеп белә ине.
Ярандары, ялағайҙары һәр көн
Башын эйеп, билен бөгә ине.
“Әҫәрегеҙ уҡып хайран ҡалдыҡ,
Бөйөк талант — һеҙ бит!” — тиә ине.
Күкрәктәрен түрә кирә ине,
Баш һалғанға, ҡултамғаһын ҡуйып,
Исем-шөһрәт, мөлкәт бүлә ине.
2
Ул түбәндә хөкөм һөрә ине,
Туҡланғаны шыйыҡ өрә ине.
Донъя серен үтә күрә ине,
Йырҙарында күккә менә ине.
Түбән йәнле иблестәрҙе фашлап,
Тик халҡына башын эйә ине.
Көнләшеүҙән түрә үлә ине:
“Милләтсе, — тип, — йыры
булмаһын!” — тип
Ярандарға әмер бирә ине,
Ни ҡылырға улар белә ине.
3
Түбән хөкөм яҙып юғарыла,
Рухың һынһа, һиңә юл ябылһа, —
Шул түгелме хөкөм ижадсыға?!
Китте шағир. Түбән төштө түрә,
Ярандары хәҙер ҡойроҡтарын бора,
Имеш, бөтә бәлә юғарыла...
Шағир йыры — халҡы йөрәгендә,
Мөмкин түгел уны юҡ итергә!
Хәҡиҡәтте китеп раҫлар өсөн,
Ҡоролғанһың ниңә шулай, донъя?!
Риф МИФТАХОВ