Диңгеҙ07.12.2011
Рауил Бикбаевҡа
Бөҙрә сәсле диңгеҙ киңлегенә
Ҡарап тороп,
Хайран ҡалдым бына.
Тулҡындарын — сихри йыр-моңдарын
Ярҙарына ҡаға
Талғын ғына.
Ул диңгеҙҙә мин дә елкән кирҙем
Һәм киңлеген күрҙем,
Тәрәнлеген...
Белдем шуны: Хоҙай ул ҡөҙрәтте
Һирәктәргә генә
Биргәнлеген.
Күрҙем тағы: көнсөл бәндәләрҙең
Шул диңгеҙгә ярһып
Таш атҡанын.
Тик кем күргән таш атыуҙан ғына
Диңгеҙҙәрҙең һыуы
Һайыҡҡанын?!
Таштарҙы ла ҡомға әйләндерер
Ғәйрәт ҡайнай
Диңгеҙ күкрәгендә.
(Һин диңгеҙҙә елкән киреп ҡара
Ут уйнатып,
Күктәр күкрәгендә!)
Донъя һилдә тулаусылар ҙа бар —
Дау баҫылғас, кемдәр
Батыр булмай.
О, һин, шағир! Донъя даулы саҡта
Күкрәгеңдә һинең
Диңгеҙ тулай.
Салауат Әбүзәров