Кешелекле лә, кеселекле лә14.08.2012
Кешелекле лә, кеселекле лә1938 йылдың башында “Башҡортостан” (1938 йылдың 23 апреленән ул “Ҡыҙыл Башҡортостан” тип атала) гәзите Шәйех Ғимаев ҡултамғаһы менән сыға башлай. Быға тиклем ул матбуғатта ярайһы уҡ тәжрибә туплап өлгөргән була, “БашТАСС”-та, унан Йомағужа районының “Ударсы” гәзитендә мөхәррир булып эшләй.

Шәйех Ғимай улы Ғимаев 1904 йылда Башҡорт АССР-ы Илеш районының Бишҡурай ауылында батрак ғаиләһендә тыуа. Йәш кенә көйө көтөүсе була, кулактарҙа бил бөгә. 1926 йылдың йәйендә Бөрө ҡалаһында уҡытыусылар әҙерләү курсын тамамлай. Шунан уны Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш ауылына ебәрәләр. Ул бында беренсе баҫҡыс мәктәптә уҡыта.
Шәйех Ғимаев ауылда ябай уҡытыусы ғына булмай. Көн дә йәштәр араһында, әле ҡысҡырып гәзит-журнал уҡып, яңылыҡтар менән таныштырһа, икенсе ҡарауҙа йәштәрҙең ялын ойоштороу тураһында хәстәрлек күрә, шул рәүешле Шәйех уларҙың үҙ кешеһенә әүерелә.
1930 йылда Ш. Ғимаев партия сафына инә. Уның күптәнге хыялы тормошҡа аша: 26 йәшлек егет Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый башлай. Ул фән нигеҙҙәрен үҙләштерергә тотона, 1933 йылда институттың ижтимағи-иҡтисади бүлеген уңышлы тамамлай.
Шәйех Ғимаев мөхәррир булған ваҡыт — бик үҙенсәлекле осор. Тарихыбыҙҙың иң ауыр, иң шомло, иң ҡаршылыҡлы йылдары. Бер яҡтан, тәүге биш йыллыҡтар һөҙөмтәһендә илебеҙ картаһында яңы ҡалалар барлыҡҡа килһә, завод һәм фабрикалар ҡалҡып сыҡһа, колхоз һәм совхоздар тәүге уңыштары менән ҡыуандырһа, икенсе яҡтан, иҫкелеккә ҡаршы көрәшәбеҙ тип, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын инҡар итеүҙәр башлана, ул ғына ла түгел, кисә генә һәүетемсә эшләп йөрөгән кешегә “халыҡ дошманы” тигән ярлыҡ тағыла. Ул йылдарҙа сыҡҡан гәзит төпләнмәһен аҡтарғанда, уның биттәрендә шундай баштар йыш осрай. Мәҫәлән, “Маҡар ауылындағы ҡоротҡостарҙы аҙағына тиклем фашларға”, “Ҡоротҡостарҙы тамырынан йолҡорға”, “Дошман ҡалдығы, ҡоротҡос Ҡадиров”, “Енәйәтселәрҙе яҡлаусы енәйәтсе” һ.б. Был мәҡәләләрҙең йөкмәткеһенә туҡталыуҙың һис бер кәрәге юҡ, минеңсә. Уларҙың баштары уҡ күп нәмә тураһында һөйләй.
Ул йылдарҙың төпләнмәһен аҡтарғанда, тағы бер нәмәгә иғтибар итергә тура килде: “Башҡортостан” гәзитенең һәр һанында тиерлек “Правда”ның баш мәҡәләһе, аҙнаға бер-ике ҙур-ҙур материал бирелгән. Өҫтәүенә ТАСС материалдарын, сит ил хәбәрҙәрен, өлкә комитет һәм үҙәк башҡарма комитеты етәкселәренең докладтарын һәм телмәрҙәрен дә ҡушһаң, гәзиттең йөкмәткеһе төҫмөрләнә буғай. Бында инде мөхәррирҙең үҙаллы, инициативалы эшләүе тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Уның ҡарауы, берәй рәсми материалды көнөндә бирмәй ҡара, ул сағында инде һөйләшеү иң юғары кимәлдә һәм иң юғары тонда барасаҡ. Ә ул материалдың редакцияға ҡасан бирелеүе, нисек эшләнеүе етәкселәрҙең береһен дә ҡыҙыҡһындырмай. Журналист Ш. Ғимаевтың маһирлығы, ойоштороу һәләте ошондай саҡта асыла ла инде. Мөхәррирҙең төп бурысы үҙе эшләү генә түгел, ә ҡулы аҫтындағы кешеләрҙе коллектив алдына ҡуйылған бурысты үҙ ваҡытында һәм теүәл башҡарып сығыуға туплауға ҡайтып ҡала.
Шәйех Ғимаев, мөхәррир булараҡ, журналистика менән генә сикләнеп ҡалмай. Уға күп төрлө йәмәғәт эштәре менән дә шөғөлләнергә тура килә. Бында уның ВКП(б) өлкә комитеты ағзаһы, БАССР һәм Өфө ҡала Советы депутаттары итеп һайланыуын әйтеү ҙә етә торғандыр.
Ул саҡтарҙа партия һалдаты тигән һүҙбәйләнеш бик йыш ҡулланыла, сөнки партия үҙенең ағзаһын ҡасан һәм ҡайҙа кәрәк таба, шунда ебәрә. Был төшөнсәне тулыһы менән Ш. Ғимаевҡа ҡарата ла ҡулланып була. Өлкә комитет үҙенең мөхәррирен аппаратҡа бүлек мөдире урынбаҫары итеп ала ла, бер нисә ай үткәс, уны Әбйәлил райкомының беренсе секретары итеп ебәрә. Шулай итеп, Шәйех Ғимай улы 1940 йылдың мартынан 1943 йылдың апреленә тиклем ошо вазифаны башҡара.
Һуғыш йылдарында Ш. Ғимаев дошманды тар-мар итеү һәм еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләй. Уның тырышлығы хаҡлы баһалана. Район хеҙмәтсәндәренең Ҡыҙыл Армияға матди ярҙамын ойоштороуҙағы хеҙмәттәре өсөн ул Дәүләт оборона комитеты рәйесе И. Сталиндан рәхмәт хаты-телеграмма ала.
1943 йылда Ш. Ғимаевты Мәскәүгә ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Партия ойоштороусыларының юғары мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Юғары мәктәпте тамамлап ҡайтҡас, ике йыл буйы ул яңынан “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите мөхәррире булып эшләй.
Ғаиләһендәге үҙгәреш арҡаһында Ш. Ғимаев, 1947 йылда мөхәррир вазифаһынан бушатылып, Стәрлетамаҡҡа мәҙәни-ағартыу мәктәбе директоры итеп күсерелә. Унда ул ижтимағи фәндәрҙән уҡыта. Аҙаҡ Өфөлә йәшәй, 1977 йылда вафат була.
Шәйех Ғимаев, кеше һәм журналист булараҡ, республикабыҙ сәнәғәтен, ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға, мәҙәниәтебеҙҙе һәм сәнғәтебеҙҙе үҫтереүгә, халыҡ араһында аң-белем таратыуға, матбуғат кадрҙары тәрбиәләүгә күп көс һала. Ул мөхәррир булғанда тәү башлап ҡәләм тибрәткән бик күптәр аҙаҡ яҙыусы йә шағир булып китә. Күренекле шағирҙарыбыҙҙың береһе Яҡуп Ҡолмой, Ш. Ғимаев тураһында һүҙ сыҡҡас, уның бик ярҙамсыл, итәғәтле булыуы тураһында әйткәйне. Оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” гәзитендә өлкән корректор булып эшләгән Тамара Тимофеева ла йәш сағында Ш. Ғимаевтың уҡырға ярҙам итеүе, ғөмүмән, уның үтә кешелекле лә, кеселекле лә булыуы хаҡында һоҡланып иҫкә ала.
Ш. Ғимаевтың ил алдындағы хеҙмәттәре юғары баһалана — өс миҙал менән бүләкләнә.
Йомғаҡлап шуны әйтеп булыр ине: Шәйех Ғимаев — республикабыҙ журналистикаһына лайыҡлы өлөш индергән мөхәррирҙәрҙең береһе.
(“Башҡортостан”,
1993 йыл, 3 март).

Абдрахман ЙОСОПОВ.


Вернуться назад