Алма07.12.2011
Күҙҙәрең —
Зәм-зәм шишмәһе,
Һүҙҙәрең —
Йәнгә дауа.
Ер, гүйә,
Ожмах баҡсаһы,
Мин —
Әҙәм,
Ә һин — Һауа.

Емештәрҙең
Иң татлыһын
Тыйғандыр, бәлки,
Алла.
Гонаһынан
Ҡурҡаһым юҡ,
Һөйөүең —
Миңә алма.

Әгәр беҙҙең
Керһеҙ һөйөү
Гонаһ икән,
Ҡәҙерлем,
Һинең менән
Тамуҡҡа ла
Һөрөлөргә
Әҙермен.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад