Фекерҙәр шиғриәте14.08.2012
Фекерҙәр шиғриәте“Шиғриәт — ул иң аҫыл һәм бәхетле заттарҙың аҫыл һәм бәхетле мәлдәрен мәңгеләштереүсе һәйкәл”, тип яҙа атаҡлы инглиз шағиры Перси Биши Шелли. Күренекле шағир, телсе, фольклорсы ғалим Рәшит Шәкүрҙең “Ыласындар оса бейектә” тигән китабын уҡып сыҡҡандан һуң миндә лә тыуҙы ошондай уҡ уйҙар. Тик шуныһы ғына бер аҙ аптыратты: әлегә тиклем дә шиғри йыйынтыҡтары баҫылып килһә лә, мәҡәлә яҙам тигәс, уның шиғриәте хаҡында бик һирәк яҙылыуын асыҡланым. Ни эшләтәһең, әҙәбиәттә була торған, әммә булыуына юл ҡуйырға ярамаған хәл. Нимә генә тимә, Рәшит ағай ул яҡлап үҙе бик ихлас, әүҙем әҙәбиәтсе лә: бик күп башлап яҙыусылар, ҡәләм тибрәтеүселәргә ҡеүәт биреүсе.

Шиғриәтте беҙ хис-тойғо ҡойоно менән сағыштырырға күнеккәнбеҙ. Һәм был дөрөҫтөр ҙә. Әммә кеше асылын өйрәнеүсе әҙәбиәттә хис менән фекерҙең ҡасан айырым йәшәгәне бар?! Хистәр үҙенән-үҙе фекер уята, ә фекерҙәр хатта ойоп ятҡан тойғоларҙы туҙғытып ебәрә. Әҙәби әҫәрҙең көсө лә шунда. Рәшит Шәкүр шиғриәте — ул баҙлап янып торған фекерҙәр шиғриәте. Миҫалдар килтерәйек:

Мәңгелеккә илдән һөргәйнеләр,
Мәңгелеккә ҡайтты Салауат.
“Бөйөк һыбай”.

Алтын ғына бул да, ай,
көмөш бул,
Эй, һин, шағир, Ғаләм илсеһе!
“Һүҙ ҡәҙере”.

Салауат — ул азатлыҡтың оранылыр.
Кәрәк булһа, ҡоралһыҙҙың
ҡоралылыр.
“Салауаттар әйтәм
Салауатҡа”.

Йөрәк теле һәйбәттер ҙә, бәлки,
Һәйбәттер ул әммә шиғырға,
Сөнки асы тормош ҡанундары
Мин белмәгән телдә яҙылған.
“Йөрәк теле”.
Башҡорт тигән милләт беҙ,
Илаһи бер өммәт беҙ.
“Башҡорт тигән милләт беҙ”.

Хәйер, бындай афоризм итеп яҙып алырҙай юлдарҙы бик күпләп килтереп үтергә була. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Р. Шәкүрҙең шиғриәтендә фекер лозунг булып яңғырамай, ә уйланыу барышында тыуыуы, йәғни йәнле фекерләү процесы булыуы менән ҡиммәт.
Йәмәғәт эштәрендә, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегендә Рәшит Шәкүрҙең иң алдан барған, халыҡ яҙмышына ҡағылышлы мәсьәләләр менән янып йәшәгән шәхес булыуын белмәүселәр һирәктер. Ул — милләттең көнитмеше хәл ителгән мәлдәрҙә ысын мәғәнәһендә ҡалҡан булып баҫҡан зыялыларыбыҙҙың береһе. Ана шул ижтимағи хеҙмәт уның ижадында ла сағылыш тапҡан. Бөгөн бик күптәр халҡым да, илем дә тип шиғыр яҙа. Эйе, бер ҡараһаң, бөтәһенең дә быға хоҡуғы бар. Әммә донъя яҙылған закондар буйынса ғына бармай шул, борон-борондан килгән кешелек ҡанундары идара итә бәндә рухына, асылына.
Рәшит Шәкүрҙең шиғриәте — тотошлай халыҡ яҙмышы өсөн уйланыу, һыҙланыу, алғыш-теләк менән һуғарылған хиссиәт донъяһы. Уның һәр һүҙенә ышанаһың, шиғырҙарындағы һәр һүҙ күңел ауазынан, рухи ҡеүәтенән тоҡанған:
Беҙ гимн яҙҙыҡ
Башҡорт иленә,
Гүзәллек теле —
Башҡорт телендә.
“Беҙ гимн яҙҙыҡ”.

Ояһында эт тә көслө, тиҙәр,
Икеләтә көслө бүреләр.
Башҡортостан тигән был изге ил
Хоҙайҙан бит беҙгә бирелгән.
“Ҡамауҙағы бүре өйөрө”.
Сафлыҡты бит башҡорт һылыуҙары
Йәшәүҙән дә өҫтөн ҡуйғандар.
“Ҡыҙҙар күле”.
Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йөрәк тамырҙарым —
Башҡорт ерендә.
“Башҡорт телендә һөйләшәм”.

Юҡ, туғаным, улай түгел бит ул,
Башҡорт булыу үтә яуаплы.
Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк,
Башҡорт булыуҙары сауаплы.
“Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк”.
Башҡортостан — баһадирҙар иле,
Башын эймәҫ ҡара көстәргә.
Үҙ көнөбөҙ үҙебеҙҙең ҡулда,
Юл ҡуймабыҙ ҡара эштәргә!
“Уяу булайыҡсы, кешеләр!”...
Башҡортостанға, туған халҡына, туған теленә тәрән һөйөү менән тулышҡан был йыйынтыҡ. Әгәр башҡорт ир-егете яугир, ғорур, әммә ҡамауҙа ҡалған уйлы оло рухлы бер зат образында күҙ алдына баҫһа, автор башҡорт ҡыҙҙарының сафлығын мәҙхиәләй. Шул уҡ ваҡытта уны милләттәштәренең тырым-тырағай булыуы, ғәмһеҙлеге, вайымһыҙлығы ла борсой. Тик шағир ватандашының йөҙөн йыртмай, тормошта юғары зыялы булған Рәшит Шәкүр шиғриәтендә лә үҙенә тоғро ҡала. Әҙәп, иплелек хас уның тура әйткән һүҙенә! Шиғырҙарҙағы лирик герой Алып батырҙай, милләт яҙмышын үҙ иңенә алып, халҡы һөрлөгөүҙәрен үҙе күтәрергә әҙер. Ул, әйтерһең, “мине язалаһағыҙ язалағыҙ, тик башҡортома ғына теймәгеҙ!” тип әйткәндәй. “Мин белгәндә” шиғырында ошоға ауаздаш юлдар ҙа бар: “Мин ана шул үткән замандарҙан килер көнгә юлдар ярыусы, Тарих тәгәрмәсен бар көсөмә әйләндереп алға барыусы”. Ышандыра был юлдар, сөнки Шағир үҙен белә-белгәндән халҡының, заманының тоғро хеҙмәтсеһе икәнен эше, һүҙе менән иҫбатлай килә.
Немец ҡартына, ҡырғыҙ, үзбәк, ҡаҙаҡ милләте вәкилдәренә бағышланған шиғырҙар ҙа урын алған китапта. Үҙ халҡыңа булған һөйөү башҡаларға ҡарата ла тәрән ҡыҙыҡһыныу уята, уларҙың милли асылын юллата. Тап үҙҙәренең милли йөҙөндә асыла ла инде башҡа халыҡ вәкилдәре.
Бөгөн радио-телевидение аша яңғырап торған “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырына иғтибар итәйек әле. Уны автор 1968 йылда яҙған. Уйлап ҡараһаң, иҫең китерлек бит! Бына шиғри һүҙҙең көсө! Бына фекерҙең тормошҡа ашҡан мәле! Ә бит тарих буйынса беҙ беләбеҙ: тап уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында тарихта ҡалған СССР-ҙа аҙ һанлы милләттәр юҡ итеүгә дусар ителгән була. Хәҙер кемдәргәлер, бәлки, “башҡорт телендә һөйләшәм” тип йырлау сәйер ҙә тойолалыр, сөнки туған телебеҙҙә аралашыусылар күбәйҙе. Әммә Рәсәйҙең Мәғариф министрлығында барған реформалар был йырҙы көнүҙәк итмәҫ, тип әйтеп тә булмай. Үҙ туған теленә хөрмәт менән ҡараған ата-әсә мотлаҡ ошо йырҙы балаһына тыңлатыр, өйрәтер.
Р. Шәкүрҙең еребеҙ, телебеҙ яҙмышына ҡағылышлы шиғырҙарының береһендә лә ялған кисереш, шаталаҡ шатлыҡ, елбәҙәк уй, көсәнеп ҡайғырыу юҡ, киреһенсә, ихлас көрәш, күңел ғазабы, үкенестәр, һыҙланыуҙар далалағы ҡыҙыу ҡояш кеүек өтөп ала. Тотош республика, милләт яҙмышы һыйған был йыйынтыҡҡа.
Замандаштары А. Пушкиндың ижадын хистән бигерәк фекерҙән тора тигән. Юҡҡа ғына Рәшит Шәкүр ҙә шиғриәттәге фекерҙәштәре тип А. Пушкинды, Аҡмулланы, С. Юлаевты атамай, күрәһең. Күңел торошобоҙ, инаныстарыбыҙ буйынса һайлайбыҙ беҙ һыйыныр “имәндәрҙе”. Уның Аҡмулла ижадын ентекле өйрәнеүе лә рухи талабынан килә торғандыр. Уның үҙен дә бөгөн милләт яҙмышын хәстәрләүсе заманыбыҙ Аҡмуллаһы тип атарлыҡ. Был йыйынтыҡта Аҡмулла шәхесенә генә түгел, ә уның тыуған яғына ла бәйле шиғырҙар бик күп. Аҡмулла менән А. Пушкиндың ижадына, эшмәкәрлегенә мәғрифәтселек хас булған кеүек, ғалим Р. Шәкүр — киң ҡарашлы ғилем эйәһе. Топонимиканы тәрән өйрәнеүсе “Ерҙең хәтер китабы”, “Исемдәрҙә — ил тарихы” йыйынтыҡтарында ғына түгел, шиғриәтендә лә асыҡ сағылыш тапҡан. Далалай киң күңелле шағирҙың йөрәге тыуып үҫкән Дим буйҙары өсөн генә түгел, Ғәҙелша, Асылыкүл, Ҡариҙел, Ырымбур... Башҡортостандың һәм башҡа төбәктәре өсөн дә әрней.
Алтынға тиң был ерҙәрҙең
Алтынын кемдәр йыуған?
Алтын йыуабыҙ, тиеп,
Ауылдан кемдәр ҡыуған?
“Ҡайҙа һеҙ, ғәҙелшалар?”
Талҡаҫ тулҡындары ярға түгел,
Йөрәгемә килеп ҡағыла.
Талҡаҫ ярҙарында сал тулҡындар
Илаһи моң булып ағыла.
“Талҡаҫ тулҡындары”.
Янған тауым, һинең ҡуйыныңда
Ил йөрәге тибә, ил уты.
Ерҙә бары изгелектәр теләп,
Балҡып ята беҙҙең ил ҡото.
“Янғантау”.
Китаптың эсе тулы ут-ялҡын, башҡорт халҡына, республикала йәшәүселәргә төбәп әйтелгән һүҙ, ҡанатлы фекер. Халыҡтарҙың һәр заманда тиерлек алға әйҙәүсе шәхестәре була. Әгәр милләттең ундай зыялылары бар икән, тимәк, ул бәхетле яҙмышлы халыҡ. Милли депрессияға бирелеп, ҡырылып бөткән ҡәүемдәр аҙмы ни тарих юлдарында?! Тап Рәшит Закир улы кеүек шәхестәре менән бәхетле беҙҙең халыҡ. “Дәүерҙәр һәм шағирҙар” шиғырында шағир үҙе лә бына нимә тип яҙа:
Үткәндә лә, килер көндәрҙә лә
Беҙҙә шағир — дәүләт ҡиммәте.
Оло бәхет бер моңдашы булыу
Башҡорт тигән аҫыл милләттең.
Эйе, беҙҙә шағирҙарға мөнәсәбәт башҡасараҡ шул, уларға пәйғәмбәргә ҡараған кеүек ҡарайбыҙ, улар һүҙе хакимдарҙыҡынан да аҫылыраҡ төҫлө. Шулай булырға тейеш тә: аҙмы шағирҙар илдәге янъялдарҙы туҡтатты, дуҫлыҡ күперҙәре һалды, ҡан-ҡойоштан йолоп алды! Шуға ла Шағир дәүләт эргәһендә айырым дәүләтселеге булған хакимдай ҡабул ителәлер ҙә. Перси Биши Шелли менән һис кенә лә килешмәй булмай: бик һирәк бәхетленең өлөшөнә төшәлер ул халыҡ яҙмышы менән йәшәп, шул хаҡта йырлы йылъяҙма яҙыу, заманыңдың йәнле картиналарын тыуҙырыу. Бәхетле кеше шиғыр яҙамы ни, тигән булалар, етмәһә. “Башҡорт тигән аҫыл милләттең” моңдашы булыуҙан бәхет тапҡан шағир Рәшит Шәкүр. Республиканың С. Юлаев исемендәге иң юғары бүләге тап ошондай милләт, дәүләт, халыҡ рухы менән илһамланып яҙылған әҫәрҙәр өсөн лайыҡлы баһа була ала.
Лариса АБДУЛЛИНА,
шағирә, Шәйехзада Бабич
исемендәге дәүләт йәштәр
премияһы лауреаты.


Вернуться назад