Үҙемә һүҙ07.12.2011
"Яҙмыш мине ҡыйырһытты", — тиеп
Сәбәләнмә, зинһар,
Туҡтап тор.
Алда әле тормош сыбыртҡыһын
Татыясағың бар
Күп тапҡыр.
Йөкһөҙ атҡа ҡамсы тейеп бармай,
Йөклөһөнә тейә
Күберәк:
Бәйге атын данға күмәләр бит,
Йөк атына хөрмәт
Бик һирәк.
Ә шулай ҙа һин зарланып барма,
Һинең әле бары
Тай сағың.
Ауыҙлыҡ та ҡаптырырҙар бер саҡ,
Тышауланыр хатта
Аяғың.
Һәм һыртыңа менеп атланырҙар,
(Кем яратһын йәйәү
Йөрөүҙе?!)
Йөк атындай, ана, ғәләм буйлап
Йөгөн тарта хатта
Ер үҙе.
Аҡ болоттар —
Ерҙең күбеге ул,
Ә Ай —
Уның ҡупҡан дағаһы.
Осҡон сәсрәтеп,
Яңы даға
Ҡаға уға Йыһан ағаһы.
Ер сыҙам ул,
"Ыһ" та тимәй хатта,
Үрнәк ал һин
Шундай ныҡлыҡтан.
Бәндә бит ул
Йөктән бөгөлөп төшмәй,
Бөгөлә икән —
Йөгө юҡлыҡтан.
Салауат Әбүзәров