Диңгеҙгә һүҙ07.12.2011
Йәшермәйем,
Тулҡындарың менән
Тәүҙә күңелемде
Болғаның.
Аҙаҡ белдем
Һинең был ҡылығың
Диңгеҙ сире генә
Булғанын.

Зиһенемде болғар штормдар
Бәрҙе бер саҡ минең
Карапҡа.
Ҡолап төштөм...
Бәхет-карабымды
Тулҡын алып китте
Йыраҡҡа.

Карабымда саҡта
Акулалар
Булды бары
Балыҡ төҫлөрәк.
(Тәбиғәттең ҡанундары шулай —
Үҙ өңөндә һәр кем
Көслөрәк.)

Ә бер мәлде
Диңгеҙ тынып торҙо...
Бының менән
Бәлә бөтмәне:
Яндарымдан
Күпме кәмә үтте,
Алыр ине —
Урын етмәне.

Көс-ғәйрәтем әле
Һүрелмәгән,
Бер күренер минең
Карабым.
Йыра-йыра
Көслө тулҡындарҙы,
Карабымды эҙләп
Барамын...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад