Ожмах баҡсаһынан Әҙәм07.12.2011
* * *
Ожмах баҡсаһынан Әҙәм
Һөрөлгән, тиҙәр, Ергә.
Бының шулай булыуына
Ышанғы килмәй бер ҙә.
Ожмахтан тағы ожмахҡа
Нисек итеп һөрәһең?!
(Әҙәм биографияһында
Хата киткән, күрәһең).
Ожмахты, моғайын, Әҙәм
Тамуҡ итеп ҡасандыр,
Һауа менән Ер шарына
Үҙе теләп ҡасҡандыр.
Хәҙер Ерҙе емерә ул,
Нисәмә ғасыр инде.
Ер шарын да тамуҡ иткәс,
Ул ҡайҙа ҡасыр инде?!.
Салауат Әбүзәров