* * *
Шиғыр яҙыу, минең аңлауымса,
Күңел торошона мәҙхиә.
Бик һирәктәр өлөшөнә төшкән
Изге бүләк тә ул — һәҙиә.
Күңел сазын сирткән ошо мәлең –
Рухи һәләтеңә бер һынау.
Матурлыҡҡа, изге йолаларға,
Хатта нәфрәткә лә дан йырлау.
Дан йырлау ул дуҫың, дошманыңа,
Йәшәү өсөн улар — этәргес.
Тормош — ғалим, ә һин,
әйтерһең дә,
Уны өйрәнеүсе йәш белгес.
Аҡҡа төшкән хистәр, доға кеүек,
Дауалаһын әҙәм балаһын.
Янһын да ул, көлһөн, илаһын да,
Тик битараф булып ҡалмаһын!
Әсәйемә “Һин нәфсеһең”, —
ти ҙә миңә ҡарай,
Күпте күргән ғәрсел әсәйем.
Әсәй, әсәй!
Һинән өлгө алып,
ҡомарланып
Яҡты бер сәм менән йәшәйем.
Иҫеңдәме, атай иҫән саҡта
Иркә ҡатын инең, бошманың.
Йәй селләлә яңғыҙ тороп ҡалғас
Бер ялҡаулыҡ булды дошманың.
Кемгә салғы, кемгә тырма биреп,
Һин эйәрттең беҙҙе артыңдан.
Ғәрлекле уй һине оялдырған
Ғәм күҙенән, эшсән халҡыңдан.
Хоҙай беҙгә эш рәхәте бирҙе,
Бер балаң да ятмай һикелә.
Үткәнеңә баҡ та миңә ҡара
Уйҙар бүленгәндә икегә.
Ут уйнатып ергә баҫыуҙарым,
Һүҙ уйнатып көләс көлөүҙәрем
Һинән килә, әсәй! Еңел миңә
Һиңә оҡшап, нәфселәнеп
Һәм ғәрләнеп донъя көтөүҙәрем.
Яҙмыш Әҙәм балаһы үҙ ғүмерендә кеше, ат, икмәк, эт, маймыл яҙмыштарын кисерә.
Хикәйәттән.
Кеше ғүмерҙәре үткән,
Ат һымаҡ эшсән сағым.
Ниндәй йөктө йөкмәтер, тип
Яҙмыштан көтәм тағын.
“Алда ишәк ғүмерең бар!” —
Киләсәгем киҫәтә.
Етерме һуң көсөң, тиеп,
Заман һынап күҙәтә.
Яҡты көндәр булыр әле, —
Өмөтләнәм яҙмышҡа.
Әммә иртән,
Еңдәремде төрөп,
Әҙерләнәм алышҡа.
Эт һымаҡ тоғро һаҡлармын
Донъямдың бәҫен, ҡотон.
Үҙ яҙмышын үҙе биҙәй
Балалы яңғыҙ ҡатын.
Маймыл булыуҙары ғына
Күпте һорамаҫ минән.
...Йәшәү өсөн алыштарҙа
Төрлө сүрәткә инәм.
Ҡөҙрәт Мин ерләйем йәнем үҙәгендә
Тәңреләрҙән килгән ҡөҙрәтте.
Ә заманы... Битлек кейергә лә,
Көй һайламай ғына бейергә лә
Ҡаға-һуға үҙе өйрәтте.
Әммә был хис, тынғы бирмәйенсә,
Төштәремә инеп йөҙәтте.
* * *
Көслөләрҙе ниңә яҙмыш
Яңғыҙ итә. Был ни өсөн?
Йырҙан.
Ғәм күҙендә көслө ҡатынмын мин,
Хаҡ-баһалар миңә юғары.
Ә төндәрен... Әрнеп илай йәнем,
Сабый ғына бит ул ни бары.
Хәлдәремде бик аңлағың килһә,
Ҡабырсағыма ин һин, туғаным.
Үлсәп ҡара, бизмәнеңә һалып,
Күңелемдә ниҙәр булғанын.
Йәнгенәмә ишме минең япма,
Ниңә унда иблес, фәрештә.
Береһе — ут, икенсеһе — изге,
Ярҙам миңә улар һәр эштә.
Шунан күтәр мин күтәргән йөктө,
Үкенесһеҙ йылмай донъяға!
Көсөң етмәй аптырауға ҡалһаң,
Үҙең булып ҡал һин булмаһа.
Алыш Ҡара әле, ҡара, тамаша:
Һыуыҡ ҡыш — ҡарт алаша,
Бер ни белмәй ауа-түнә
Яҙ менән яғалаша.
Хәле бөткән алашаның
Таяныр терәге юҡ.
Яңырыу көткән тәбиғәткә
Уның һис кәрәге юҡ.
Ағастарҙа һуттар таша,
Өҙҙөрөп һайрай турғай!
Бирешергә теләмәй ҡыш,
Алышһыҙ еңеү булмай.
Һиҙмәй микән ул ҡарт йүләр,
Яҙҙың тыны — тылсымынан,
Йылғалағы ҡалын боҙҙар
Ярҙарынан ысҡынған.
Шаҙраланған Ерҙең йөҙө,
Ҡарҙар аҫтан ишелә.
Йофар төнө Яҙһылыуҙың, —
Яйлап ҡына сисенә...
Көләс ҡояш көлә-көлә
Ергә сәнсә ҡаяуын.
Ишелеп тә ауҙы тауҙар —
Ҡыштың һуңғы таяуы.
Уйсан күҙҙәр Зиләгә
Уйсан күҙҙәр... Ниңә ылығам мин
Йәнде арбар төпһөҙ ҡарашҡа?
Уларҙа бит диңгеҙ тәрәнлеге
Һағышлы уй менән ярашҡан.
Йолоп ала, ғәмле, сәмле итә,
Зил-зиләлә һинең хистәрең.
Ҡарашыңды унан ала алмай
Онотаһың ваҡыт сиктәрен.
Һынап бағыр сит-ят ҡараштарҙа
Һинең донъяң балҡып күренә.
Кемлегеңде тойоу һиҫкәндерә,
Яҙыҡтарың ергә сүктерә.
Мин үҙемә йәшәү көсө алам,
Осондормаҫ йылы ҡараштан.
Әйтерһең дә, Хоҙай был күҙҙәрҙе
Уйланһындар өсөн яралтҡан.
Фирүзә АЛСЫНБАЕВА.
Сибай ҡалаһы.