Ҡалҡыуыс07.12.2011
Кеше
Тормош йылғаһында
Ҡалҡыуыс
Кеүек кенә.
Бәйләнгән
Өмөт ҡармағы
Ғүмеренең
Ебенә.

Бата-ҡалҡа,
Ҡалҡа-бата
Сирткеләгәндә
"Балыҡ".
Берәү белмәй:
Ярҙа кем һуң
Ултыра
Ҡармаҡ һалып?

Балыҡсыһы
Кем булһа ла
Мөһим түгел
Кешегә.
Өҙөлгәнсә
Ғүмер ебе
Бирелгән
Үҙ эшенә:
Бата-ҡалҡа...
Бата-ҡалҡа...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад