Ғәҙәт07.12.2011
Тәҙрәмде асып ебәрҙем,
Ел һыйынды
Ҡуйынға.
Шул тиклем наҙға сарсаным,
Минең уйым —
Ҡойонда...

Ҡойонға ҡойон, тинем, йән,
Таты тәмен,
Ләззәтен!
(Аҡыл ғына еңә алмай,
Ахры, ирҙәр
Ғәҙәтен).

Баш әйләндергән ҡойондан
Күңел инде
Төңөлдө.
Хәҙер юҡһына йөрәгем
Иркәләп үҫкән
Елде.
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад