Ҡайтыу07.12.2011
Йыр тоҡсайын элеп ҡәләмемә,
Ҡаға-ҡаға йылдар туҙанын,
Нужа белмәй уйнап үҫкән ерҙең
Баҫыу ҡапҡаһынан уҙаманы.

Ҡайттым бына.
Сәләм, тыуған ҡырым!
Танымайһыңмы ни улыңды?!
Оноттоңмо?..
Хәйер, ғәжәпме ни:
Байтаҡ ҡына ерҙә булынды.

Ах, был тормош сикһеҙ сүллек икән,
Аҙаштым мин унда бер аҙға.
Тәнтерәкләп, өмөт һуҙып барҙым
"Хыял" тигән матур миражға.

Сүллек хәтәр...
Унда ҡом бураны
Күңелемә ураны бар саңын.
Саң йыуылыр...
Ләкин мин, ауылым,
Бер күрергә һине сарсаным.

Тик үтенәм:
Зинһар, уйлай күрмә
Килгәндер, тип, хәйер һорарға.
(Хәйер, һинең хаҡың бар шул, эйе,
Хаҡың бар шул шулай юрарға).

Күптән киттем, күптән.
Күңелем дә
Һиңә, бәлки, ябыҡ ҡапҡалай.
Һинең өсөн мин мосафир ғына,
Юлдар саңы һеңгән ят малай.


Юҡ, юҡ, ышанмайым,
Иҫләйһеңдер —
Уҙғандарҙы онотоп буламы?!
Иҫләйһеңдер, эйе, иҫләйһеңдер
Кескәй генә йырсы баланы.

Ни эшләйһең,
Бәндә шулай инде:
Төҙәтергә иҫке хатаһын,
Йәки үлгәс, йәки иҫән саҡта
Тыуған яҡҡа кире ҡайтаһың.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад