Аборт07.12.2011
Моң тулғағы тотмай
Күңел,
Йөрәгем минең —
Ҡыҫыр.
Наҙға сарсаған
Йәнемде
Йәре —
Яңғыҙлыҡ ҡосор.

Гүйә, йөрәк түлһеҙ ҡалды,
Йөккә уҙалмай
Һаман.
...Аҫтан ғына көлөмһөрәй
Аборт яһаған
Заман.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад