Ҡаялағы уйҙар07.12.2011
Күкрәгендә хазинанан башҡа
Тәрән серҙәр һаҡлай бейеклек:
Бейеклеккә менеү генә түгел,
Төшә белеүе лә бөйөклөк.
* * *
Бөркөт тирәһендә һәр ваҡытта
Ваҡ-ваҡ ҡына ҡоштар әйләнә...
Тик дуҫлыҡҡа быны бәйләмә.
* * *
Юғарыға менһәң, баш әйләнә,
Унан түбән ҡарау ярамай.
Дәрәжәгә үрмәләгән заттар
Шуғалырмы түбән ҡарамай.
* * *
Батырға ла, ҡурҡаҡҡа ла
Ҡая уртаҡ:
Батыр башҡа менә, ә өңөнә
Боҫа ҡурҡаҡ.
* * *
Ҡаяларҙың холҡон беләм,
Ҡоролған ул хәйләгә:
Өҫтән ҡара, аҫтан ҡара —
Барыбер баш әйләнә.
Салауат Әбүзәров