Ҡотҡарыу түңәрәге07.12.2011
Хыял-елкән емерелде,
Күңел карабым
Ватыҡ.
Тормош тигән океанда
Рухым бара
Батып.
"SOS!.." туҡылдата йөрәгем,
Караптар
Үтә урап.
Хәл бөтөп тә бара инде,
Ә ярға әле
Йыраҡ.
"SOS!.." туҡылдата йөрәгем:
"Ҡотҡарыу түңәрәген,
Зинһар өсөн,
Ташлай күрсе
Һин миңә,
Һөйгән йәрем!"
Салауат Әбүзәров
Аҫҡа тарта бара даръя —
Улмы, минме —
Кем еңә?
Һуңғы өмөт менән бағып,
Йәбешәм
Һөйөүеңә.