Милли китапханала “тәгәрмәстәр тыҡылдай”04.08.2012
Милли китапханала “тәгәрмәстәр тыҡылдай”Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Тимер юлсылар көнөнә арналған күргәҙмә асылды.

Йыл һайын илебеҙҙең ҡорос магистрале эшсәндәре августың тәүге йәкшәмбеһендә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Поездар, вокзалдар һәм станциялар менән ҡыҙыҡһынғандарҙың барыһы өсөн дә Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре йыл һайын күргәҙмә ойоштора.
Быйыл был сараға 50-ләп баҫма йәлеп ителде. Темаһы буйынса экспозиция ике өлөшкә бүленгән. Тәүгеһе тимер юлдың үҫеш тарихы менән таныштыра, икенсе өлөшөндә ҡорос магистралдең эше тураһында һөйләгән китап, журналдар тәҡдим ителә. Сараға килгән һәр кеше экспонаттарҙы ҡарау, китаптарҙы алып, улар менән уҡыу залында ентекле танышыу мөмкинлегенә эйә.
А. РӘХИМҠОЛОВА.


Вернуться назад