Йөрәгем07.12.2011
* * *
Йөрәгем —
Ҡара һауыты,
Уйҙарым —
Осло ҡәләм.
Ап-аҡ күңел дәфтәремә
Йыр теҙәм берәм-берәм.
Тормош тигән ҙур мәктәптә
Мин әле бала ғына.
Ҡайһы саҡта дәфтәремә
Ҡаралар тама ғына.
"Хата" тигән уҡытыусы
Холҡоңа сәпәй "ике".
Һәр сабый ҙа "бишле" теләй —
Йыртыла дәфтәр бите.
Йыртыла ла елгә оса
"Икеле" һәм "берле"ләр...
Йылдар уҙғас,
Ул билдәләр,
Аһ, нисек ҡәҙерлеләр!
Салауат Әбүзәров