Ян һәм Инь07.12.2011
Мин Ян инем,
Һин Инь блдың,
Мин Инь инде,
Һин — Янһың.
Мин Ян саҡта
Тоҡанманың,
Хәҙер йөрәгең
Янһын...

Шулай булды
Беҙҙең һөйөү:
Мин — һүнәмен,
Һин — янаң.
Икәү бергә
Тоҡаналмай
Китербеҙме
Донъянан?!

Ян — ут, Инь — һыу (ҡытайса).

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад