Атай ҡайышы07.12.2011
Иртә китте атай.
Малайҙары
Төшөнһөн тип
Донъя айышын,
Ҡырыҫ йөҙлө
Яҙмыш ҡулдарына
Ул ҡалдырып киткән
Ҡайышын.
Тормош һуҡмағынан тая-тая,
Арыҡ иңдәр йөктө
Тартҡанда,
Ҡыйыш баҫҡан һайын
Ошо ҡайыш
"Һөйөү"ен мин тойҙом
Арҡамда.
Тел осонда тора
Шәрбәт түгел,
Маңлайҙарҙан аҡҡан
Тир тәме.
Ҡояштан да
Алданыраҡ тороп
Ҡаршыланыҡ
Һәр бер иртәне.
Йөк өҫтәлгән һайын
Быуын ҡата —
Арыҡ атҡа йөктө
Һалмайҙар.
Ерҙең үҙен
Һөйрәп бара кеүек
Шул атайһыҙ үҫкән
Малайҙар.
Салауат Әбүзәров