Бейектәге кейектәр03.08.2012
Рәдиф ТИМЕРШИН

Урманда
Батша булып торғанда,
Арыҫландың даны таралған алыҫ.
Башлап әйткән Юлбарыҫ,
Унан ҡабатлаған һәр кейек:
— Арыҫлан — бөйөк!
— Арыҫлан — бөйөк!..
Исемен телдән төшөрмәгәндәр.
Берәйһе әйтһә, “ул насар” тиеп,
Кисермәгәндәр.
Йыл артынан йыл үткән.
Арыҫлан маҡтау-хөрмәткә
Күнегеп бөткән.
Ысынлап та ышанған ул бөйөклөгөнә.
Уның һайын маҡтау яуа, ти, тегеңә.
Бер саҡ саҡыртып алған да Юлбарыҫты,
Һораған:
— Был һүрәт һиңә танышмы?
Һүрәттә төшөрөлгән булған, имеш,
Ҡарт Арыҫлан.
Юлбарыҫ таныған уны алыҫтан.
Юлбарыҫ әйткән:
— Был — һинең атайың!
Арыҫлан әйткән:
— Танының — маҡтайым!
Ә ниндәйерәк хайуан ине ул?
— Аҡыллы, ғилемле, уңған ине ул!
— Әйткәндәй, уның тыуыуына тула йөҙ йыл.
Бына шул!..
Аңлашылдымы? Аңлашылһа, шыл!
Юлбарыҫ йыйған үҙенең ярандарын —
Иң тоғролоҡло хайуандарын.
Былай тигән:
— Арыҫландың атаһынан да
Аҡыллы ата юҡ!
Был һүҙҙәрҙә хата юҡ!
Бөтә урманда,
Барлыҡ кейектәр араһында
Ошо хаҡта хәбәр таратырға!
Арыҫландың атаһын яратырға!
Дан — батырға!
Кейектәргә был хәл сәйер тойолған,
Шулай ҙа
Эштәр барған Юлбарыҫ борған
Уңайға.
Атаға арнап, һәйкәл ҡуйылған.
Музей ойошторолған.
Бөтә йәнлек-кейек,
Затлы кейемдәрен кейеп,
Баштарын эйеп,
Үтергә тейеш, имеш, ошо һәйкәл
Алдынан.
Был хәл дауам итер ине һаман,
Тик бер заман
Арыҫлан батшалыҡтан төшкән ҡолап!
Тәхеттән ҡаҡҡан ҡолаҡ!
Һәм, ни ғәжәп
(Үҙе бер мәҙәк!),
Шундуҡ онотолған бөйөк ата.
Инде Юлбарыҫ ҡотҡо тарата:
— Булған хата! Булған хата!
Арыҫлан — алйот! Атаһы — дурак!
Йөрөгөҙ йыраҡ! Йөрөгөҙ йыраҡ!

* * *
Бәғзе карьерист бәндәләр
Ҡунаҡлаһа бейеккә,
Әйләнәләр Арыҫлан вә
Юлбарыҫтай кейеккә!


Вернуться назад