Һабырҙағы һаңғырау Һатыбал Һаҡмарға һалабаш һалды. Һәйетҡол Һатыбалға һалабаш һалышты. Һалабаш һалғас, Һатыбал һамаҡланы:
— Һалабаш һалыштың, һайғау һөйрәштең, Һәйетҡол. Һаран Һөппөниса һемергес һатты, һине һыйлайым.
— Һыйыраяҡ, һарыҡбаш Һәйетбикә һиҙмәһен, һаҡалымды һелккеләр.
Һатыбал һауытҡа һемергес һалды, һәммәһе лә һәүетемсә һыйланды, һуған-һарымһаҡ һоғондо. Һемергесле һауытты һарҡытҡас, Һәйетҡол һандуғастай һайраны:
Һемергестәр һемерһәм дә,
Һөйкәлмәнем һөйәнгә,
Һарыларға, һай, һабыштым
Һәйетбикәне һөйгәнгә.
Һарыҡтарға һалам һалдым,
Һыуҙар һиптем һуғанға.
Һуған һымаҡ, һай, һарғайҙым
Һәйетбикәне һөйгәнгә.
Һемергес һеңеренә һеңгән Һатыбал һиҫкәнде һәм һөрән һалды:
— Һәйетҡол, һаҡалыңды һаҡла. Һәйетбикә һемергес һемергәнеңде һиҙгән!
Һәйетҡол һағайҙы, һаҡалы һерелдәне. Һеперткеһен һөйрәгән һимеҙ Һәйетбикә Һатыбалдың һемергес һалынған һауытын, һуғанын, һарымһағын Һаҡмарға һелтәне, һонтор Һәйетҡолдо һөрлөктөрҙө һәм һәтелдәне:
— Һаман һыйырҙай һемерәһеңме, һемергестән һәлберәгән һәптән, һаулығыңды һайытып! Һөмһөҙ, һыумейе!
— Һә-һә-һәйетбикәм, һөйөклөм! — Һеңгәҙәгән Һәйетҡол һөйәнгә һөйәлде. — Һатыбал һы-һыйланы. Һалабаш һалышҡайным. Һүкмә, Һәйетбикә-кә-кәйем.
Һатыбал һулаҡайға һикерҙе лә Һабырға һыпыртты. Һәйетбикә лә, һуҡмыш Һәйетҡолдо һүгә-һүгә, һырмаһынан һөйрәкләне.
Фәнил ӘБДЕЛМӘНОВ.