“Ирем юҡ бит...”Урта йәштәрҙәге бер ир Өфөнән тыуған яғына ҡайтып бара. Ара алыҫ ҡына, әммә машинаһы яңы булғас, мәшәҡәт тыуҙырмай, көйлө эшләй. Хужаһы иһә – талант эйәһе: ҡурайҙа ла һыҙҙыра, йырлай ҙа. Шуға күрә рулдә ул, кассета тыңлауға ҡарағанда, үҙе йырлап барыуҙы хуп күрә. Әле лә шулай көйләп ҡайтып килеүе. Юл ыңғай туҡталышта бер ҡатынды ултыртып ала. Унан да тартынып тормай егет, йырлауын дауам итә. Береһен бөтөүгә, икенсеһен башлай. Юлаусыға инде төшөп ҡалырға ваҡыт, ләкин ул уйламай ҙа. Шоферҙан күҙен алмай, һаман уның моңон тыңлауын белә. Ахыр сиктә машина хужаһы, түҙемлеге бөтөп, ҡатындан:
— Апай, төшмәйһегеҙме ни? – тип һорай.
— Эй, ҡустым, ирем юҡ бит минең. Ә һин йырың менән күңелемде арбаның, – ти ҡатынҡай.
— Аңлайым һеҙҙе, әммә мине өйҙә ғаиләм көтә, – тип юлдашын бер ауылда төшөрөп ҡалдыра “йырсы”.
Моңдоң милләте булмайҺабаҡташым ағаһы менән поезда килә. Купела бер мәрйә лә була. Рәйес һәр ваҡыт үҙе менән ҡурайын ала һәм, уңайы тура килгәндә, уйнап ебәрә. Туғаны менән һөйләшеп бара торғас, үҙенән-үҙе ҡурай тураһында һүҙ сыға. Рәйес түҙмәй, ҡурайын алып, “Буранбай”ҙы уйнай башлай. Мәрйә тәҙрәгә ҡараған да ниндәйҙер уйға сумған. Ара-тирә егеттәргә лә күҙ һирпеп ала. Уйнап бөткәс, ҡурайсы ҡатындан һорай ҡуя:
— Һеҙ шым ғына тыңлап ултырҙығыҙ, мин уйнағанда ниндәй тойғо кисерҙегеҙ?
— Һөйләшкәнегеҙҙе аңламайым, ә бына көйҙә ниндәйҙер тәрән мәғәнә, һағышлы тарих ята. Аттарҙың тояҡ тауышы, бығау сыңлауы, ҡатын-ҡыҙҙың сеңләүе ишетелгәндәй.
— Эйе, дөрөҫ әйттегеҙ. Был йырҙы башҡорт халҡы үҙенең ҡаһарман улы Буранбайға арнап сығарған. Азатлыҡ хаҡына көрәшеп, баш һалмағаны өсөн уны һөргөнгә ебәргәндәр.
Ысынлап та, йөрәккә үтеп ингән ҡурай моңон аңлау өсөн телде белеү кәрәкмәйҙер.
“Өшөп киткәйнем шул” Шабырҙап ямғыр ҡоя. Көн кисләп бара. Егет менән ҡыҙ туҡталышта тора. Машиналар күп үтә, ләкин, тырышып-тырышып ҡул күтәрһәләр ҙә, берәү ҙә туҡтамай. Ә ямғыр шәбәйә генә. Бәхеттәре бар икән, ниһайәт, бер изгелеклеһе эргәләренә килеп үк туҡтай. Ни хәл итәһең, йөк машинаһының кузовында ғына урын бар икән. Ҡуҙғалып китәләр. Ямғыр бер аҙ әкренәйгәндәй була, көн дә асылыңҡырай. Шул саҡта ғына йәштәр кузовтағы табутты абайлап, йөрәктәре жыу итеп ҡала. Шулай шөбһәләнә-шөбһәләнә бер ауылға етәләр. Ямғыр туҡтай, көн асыла. Егет менән ҡыҙ, бил яҙып алырға булып, урындарынан торһа, табуттың ҡапҡасы асылып китә лә, унан бер ир башын күтәрә. Йәштәр телһеҙ ҡала.
— Ҡурҡтығыҙмы ни? Ямғыр ҡойоп яуа башлағас, өшөп киттем дә табут эсенә инеп ятҡайным шул, – ти ”мәйет”.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ.