Ни тиһәң дә, ғибрәтле, үкенесле хәлдәрҙең башы, нигеҙҙә, эскелеккә барып тоташа. Ошо яман ғәҙәт арҡаһында күпме ғүмер өҙөлә, ғаиләләр тарҡала, сабыйҙар үкһеҙ етем ҡала. “Йәшел йылан” менән дуҫлыҡ һөҙөмтәһендә фажиғәләрҙең осо-ҡырыйы юҡ. Күптәр аҙаҡтан терһәген тешләрҙәй була ла бит. Тик һуң шул! Камил менән Дамир ҙа ул кисте яҡын-тирәләге район һәм ҡала халҡын тетрәндерерлек ғибрәтле хәл ҡылырбыҙ тип баштарына ла килтермәгәндер, моғайын.
Йәмле май айының матур бер көнөндә була был фажиғә. Ике дуҫ хозур тәбиғәт ҡосағында кәйеф-сафа ҡора. Ашарға-эсергә мул. Бер аҙ гәпләшеп ултырғас, ҡайтырға ҡуҙғалалар. Юл уңайында бер ауылға һуғылып, таныш булмаған йорттоң ишеген шаҡыйҙар. Замира менән Римат был ваҡытта өйҙә була. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ир ҡыҙмаса юлсыларға ишек аса. Тегеләр йорт хужаларына араҡы эсергә тәҡдим итә. Ғүмерҙә бер-береһен күреп белмәгән кешеләр табын ҡора, һүҙ артынан һүҙ китә.
Бер аҙ “һыйланып” алғас, Камил исемлеһе, нимәгәлер ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, оло тауыш сығара. Саҡырылмаған ҡунаҡтар һүгенергә лә, тартҡылашырға ла тартынмай. Камил Риматҡа бәйләнгән мәлдә Дамир Замираны эткеләп-төрткөләп икенсе бүлмәгә алып сығып китә. Уға сисенергә ҡуша. Ҡатын буйһонмағас, туҡмай, мәсхәрәләй. Ғәйрәтле ир теләгенә өлгәшкәс, был турала бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡуша һәм, тынысланып, иҙәнгә һуҙылып ятып йоҡлай.
Бөтәһен дә йоҡо баҫа. Йөрәге тамам ярһыған, ғәрләнгән Замираның ғына йоҡоһо ҡаса. Ул, оҙаҡ уйлап тормай, өҫтәлдәге бысаҡҡа үрелеп, үҙен мыҫҡыл иткән Дамирға ташлана. Йоҡлап ятҡан ир нимә булғанлығын да аңғармай ҡалғандыр, моғайын. Йәрәхәттәрҙән ул шунда уҡ йән бирә. Юрған-түшәк, иҙән ҡанға тула. Ҡот осҡос хәлдән тетрәнгән Замира күршеләренә телефонға йүгерә. Тик ул эшләмәй, йорт хужалары мәйетте тәүҙә һарайға сығара. Аҙаҡ ауыр тимер киҫәге менән бәйләп, эргәләге йылғаға ташлайҙар.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тиҙәр. Замира судта дөрөҫөн һөйләп бирә, үҙенең ғәйебен тулыһынса таный. Район суды Замираны ике йылға иркенән мәхрүм итергә ҡарар сығара. Тик дүрт бала тәрбиәләүен иҫкә алып, уны шартлы рәүештә генә хөкөмгә тарттыралар.
Ғаилә ҡорорға ла өлгөрмәгән Дамир йәшләй үҙен һәләк итеп, ата-әсәһен, туғандарын ҡара ҡайғыға ҡалдыра. Ә ғәрлеге һуң?.. Араҡы ҡоло булып, нәфсеңде тыя алмау ошондай әшәке юлға баҫтыра егетте!
С. Әнүәров.