Мәҙәктәр03.08.2012
Йәш кенә бер ханым күрәҙәсегә инә.
— Һеҙ минең эргәгә бынан бер нисә ай элек ингәйнегеҙ, эйеме? — ти тегеһе.
— Эйе.
— Мин һеҙгә нимә тигәйнем?
— Никахҡа инеүемде һәм балабыҙ буласаҡты юрағайнығыҙ.
— Быларҙың барыһы ла тормошҡа аштымы һуң?
— Өлөшләтә.
— Нисек инде?
— Йөккә уҙҙым. Ә бына никахы ҡасан булыр икән?
* * *
— Ҡатынығыҙ менән ҡайҙа таныштығыҙ?
— Фонарь аҫтында.
— Ул фонарь янмай инеме ни?
* * *
“Яңы башҡорт”тоң ҡатыны иренә:
— Шоферҙы тиҙ арала эштән ҡыу! Бөгөн мине ул өс мәртәбә үлтерә яҙҙы...
Ире:
— Бына тигән егет тә баһа! Беҙ уны тағы ла бер мәртәбә һынап ҡарайыҡ әле.
* * *
Берәү ҡунаҡханала иҫерек килеш түшәктә генә тәмәке тартып, йоҡлап китә. Янғын сыға.
Тикшереү башланғас, был бәндә, аҡланып:
— Бында тырнаҡ осо ҡәҙәр ҙә ғәйебем юҡ: мин ятҡанда урын яна ине инде! — тигән.
* * *
— Ниңә тәкәгеҙҙең мөгөҙө юҡ?
— Сөнки беҙҙең кәзә “һулға” йөрөмәй!
* * *
Студент иҡтисади географиянан имтихан тапшыра.
Профессор бынан:
— Һиндостандан беҙгә ниндәй эсемлек индерелә? — тип һорай.
— Хәтерләмәйем шул.
— Уйлағыҙ әле, уйлағыҙ. Һәммәбеҙ ҙә иртән нимә эсә?
Студент, шатланып:
— Тоҙло ҡыяр һыуы! — ти.
* * *
Өлкән йәштәге ике милиционер һөйләшә.
Береһе:
— Тиҙҙән пенсияға китәм: бына икенсе китабымды бөтөрәм инде!
— Бәрәс, һин яҙышырға ла маһирмы ни?
— Юҡ, уҡыйым!
* * *
Ҡыҙ — егетенә:
— Һин мине яратаһыңмы?
— Әлбиттә!
— Ә ҡасан өйләнешәбеҙ һуң?
— Һөйләшеү темаһын кинәт кенә икенсе юҫыҡҡа күсермәйек әле.
Раил СӘЙЕТГӘРӘЕВ йыйҙы.
Октябрьский ҡалаһы.