Ҡыҫҡа хикәйәләр03.08.2012
Мәлғүн
Гәзит уҡый, телевизор ҡарай ҙа Ишбулды бабай, уфылдап ҡуя:
— Был ниндәй ил?! Был ниндәй халыҡ?! Кешене мал урынына ла күрмәйҙәр, балаларҙы урлайҙар. Күбәйҙе шул, күбәйҙе мәлғүн.
Һөйөп туя алмаған ейәнсәре өсөн ныҡ борсола бабай. Ултырттылар, алдылар, киттеләр. Белмәҫһең дә, күрмәҫһең дә. Урман, ҡыр, йылға, күл буйы тулы — ҡаланан килгән әҙәм, әтрәғәләм. Ҡайҙа барма, шулар сыуала, мал-тыуар, ҡош-ҡорт юғала. Шуға ла ейәнсәрен ҡырға үҙе менән генә алып сыға.
Йәмйылға ҡайынлығында ҡайын еләге йыйҙылар. Ишбулды бабай арып, төп башында ултыра, ейәнсәре йырлап-көлөп, сәскәләр араһында өйөрөлә.
— Эй! Эй! — Аръяҡтан кемдер өҙөлөп-өҙөлөп саҡыра. Ишбулды ҡарт ейәнсәре янына ашыҡты.
— Ҡалай ҡысҡыра, мәлғүн. Бер ҡасан да ят-ботҡа яҡынлама, машинаһына ултырма, ҡыҙым. Мине шәйләгәс, ана, ултырҙы ла шылды.
— Атайым ине лә ул, олатай. Ҡайтҡылары килмәй, тип китте лә барҙы. Хәҙер йәйәү һәлпәндәйһең инде.
Оҫта
Йәмил менән Камил — күршеләр. Йәмил — даны сыҡҡан оҫта. Ҡулы эш белгәс ни, йорто — сынъяһау! Һоҡланмаған, оҫтаны маҡтамаған кеше юҡ. Иҫ киткес матурлыҡты тағы ла йәмләндереп һәм йәнләндереп, сыр-сыу килеп, балалары ғына уйнап йөрөмәй.
Камилдың иһә ҡул ҡото юҡ, йорто күрер күҙгә күңелһеҙ генә. Өйөнөң бөтә йәме — итәк тулы бала-саға. Әле генә унынсыһы тыуҙы. Йәмилдең матур, етеш донъяһына бағып, ҡатыны гелән тауыш сығара:
— Мейесең төтәй, мөрйәнең кирбесе төшкән. Бағаналарың сереп, кәртәң ауырға тора. Түшәмеңдән һыу аға, ҡыйыҡҡа бер тимер мендереп ябырға ла хәлеңдән килмәй, хәсрәт! Ана, күршеңдән үрнәк ал. Вәт, исмаһам, оҫта! Вәт, исмаһам, ир!
Камил йәне көйөп һөйләнде:
— Оҫта, оҫта, имеш. Ир, имеш. Минең һымаҡ бәпес эшләү оҫталығына эйә булып ҡараһын...
“Бандит буламы?”
Азамат бәләкәй улдары менән еңел машинала китеп барғанда, юл-патруль хеҙмәткәрҙәрен күреп, балаларына:
— Милиция... Йәшенегеҙ! — тине.
Бер аҙ барғас, дүрт йәшлек улы аптырап әйтте:
— Атай, әллә бәләкәй малайҙар бандит буламы?..
“Йә русса һөйләшергә онотормон...”
— Папа, дай, пожалуйста, сотовый телефон.
— Башҡортса әйтһәң, бирәм.
— Как сказать?
— Атай, зинһар өсөн кеҫә телефоныңды биреп тор әле, тиң.
— Әйтмәйем, йә русса һөйләшергә онотоп ҡуйырмын.
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.