Белгес03.08.2012
Төшкө аш мәле. Баллап ҡына сәй эсеп ултырғанда, редакцияға алтмыш йәштәрҙәге ир килеп инде.
— Мин ҡортсолоҡ буйынса белгес булам. Оҙаҡ йылдар ошо өлкәлә шөғөлләнәм. Фән кандидатымын. Әле докторлыҡ диссертацияһын яҡларға әҙерләнәм, — тип башланы ул һүҙен. — Иң тәүҙә яҙған әйберҙәрҙе матбуғатта баҫтырыу кәрәк. Тик, нишләптер, минекеләрҙе ҡабул итмәй йөҙәтәләр. Мәскәүгә ебәргән әллә күпме мәҡәләм һыуға төшкәндәй ғәйеп булды. Ә бит уларҙы яҙыу өсөн күпме ваҡыт сарыф ителде. Ул китапханаларҙа соҡоноу, ул эҙләнеү... Минең кеүек белгестәр илдә юҡ тиерлек. Сабып йөрөп, хатта ғаилә ҡорорға ла ваҡыт ҡалманы. Шуны аңламайҙармы икән ни? Аптыраған көндән һеҙгә килдем.
Ағайға үҙебеҙсә кәңәш биргән булдыҡ.
— Бәлки, артыҡ ҙур булып, гәзит талаптарына яуап бирмәйҙер...
— Тәғәйен генә баҫмаға ебәрмәйһегеҙҙер. Мәҫәлән, хет шартла, балалар гәзитендә һеҙҙең ғилми хеҙмәтегеҙҙе биреп булмай...
Шул саҡ хеҙмәттәшем Салауат, ҡыуанып:
— Ағай, ҡайһылай йәтеш килеп сыҡтығыҙ әле, бынау балдың нимәнеке икәнлеген белә алмайбыҙсы, — тимәһенме!
Ғалим бер ҡалаҡ балды һоҫоп алып ҡапты ла оҙаҡ ҡына башын тырнап торҙо. Ахырҙа, йөҙөнә мөһим асыш яһаған кешеләй етди ҡиәфәт сығарып:
— Был — яһалма бал, — тине.
— Юҡ, ялған булыуы мөмкин түгел. Минең бажам — бик ғәҙел кеше, күрәләтә алдашмаҫ инде, — тине Салауат, күҙен тупайтып.
Белгес тағы бер ҡалаҡ балды уртланы.
— Йүкәнеке тиһәң — ҡыҙғылт, ҡарабойҙайҙыҡы тип әйтер инем — тәме башҡа төрлө.
Ҡунаҡ мул ғына итеп өсөнсө, дүртенсе ҡалаҡты һоғондо, әммә аныҡ ҡына яуап ишетелмәне. Күрәһең, ниндәй бал икәнлеген айырыу өсөн уға кәмендә академик булыу кәрәктер!
Венер ИСХАҠОВ.


Вернуться назад