Булған хәлКемдең инде баҡсалағы осһоҙ-ҡырыйһыҙ эштең бер өлөшөн башҡарғандан һуң, еҙ самауырға саф шишмә һыуы һалып, сәй эсеп алғыһы килмәһен! Мин дә шул ниәттән самауыр тотҡаһына барып йәбешһәм, шишмә һыуым бөткән икән.
Тиҙ генә биҙрәмде эләктерҙем дә йылы, ҡояшлы еңел һауала осоп китерҙәй күтәренкелек менән урман ситендәге тарлауыҡҡа табан һуҙылған һуҡмаҡ буйлап йүгерә-атлай төшөп киттем. Һуҡмаҡ буйында үҫкән сәскә аралаш йәшел үләндәрҙең салбар балаҡтарым аша мине ҡытыҡлап ҡалырға тырышыуы күңелемә ниндәйҙер сихри наҙ өҫтәп, йылмайырға мәжбүр итә. Аллаһ барлыҡҡа килтергән тәбиғәттең шундай камиллығына, матурлығына һоҡланып, мәрхәмәтле ҡояш нурҙарында иркәләнә-иркәләнә, йомшаҡ ҡына тауыш менән моңло йыр һуҙып ебәргеһе килә...
Сеү! Ниндәй шомло тауыш был? Тимер торбанан эшләнгән бер бағана эсенән ниндәйҙер аңлайышһыҙ ауаз ишетелә.
Силәктәремде үлән араһына ҡуйҙым да тауыш килгән бағанаға яҡынлаштым. Билдәһеҙ йән эйәһенең лепер-лепер килеп, торба эсендә тыпырсынғаны ишетелә. Йыланмы, йомранмы? Әллә башҡа йән эйәһеме?
Бағананы бер аҙ һелкетеп ҡараным. Һелкенә. Ер дымлы. Күптән түгел ямғыр ҙа яуып үткәйне. Мин һелкеткәс, торбалағы йән эйәһе тағы бер нисә тапҡыр леперҙәп алды.
Бағананы ҡосаҡлап алдым да, һелкетә-һелкетә, өҫкә табан һура башланым. Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр, тигәндәй, нисә йыл буйы ергә һеңеп ултырған теге торбаны тәки һөйрәп сығарҙым!
Бағананың аҫҡы өлөшөн бер аҙ ғына күтәреп, һелкеп ебәргәйнем, унан ләмгә буялған бер йомро нәмә тәгәрәп сыҡмаһынмы?! Ашыҡмайынса ғына тере йомғаҡты ҡулыма алдым. Баҡа ла, йылан да, йомран да түгел, ҡош бит был! Әстәғәфируллаһ! Балсыҡҡа буялған ҡошсоҡто тәненә аҙ ғына булһа ла йылы индереү ниәтенән күкрәгемә ҡыҫтым да баҡсаға йүгерҙем.
Ҡояшта йылынһын өсөн ҡуйылған һыулы һауыттарым бер нисәү. Ҡоштоң ҡанаттарын имгәтмәҫкә тырышып, ипләп кенә шуларҙың береһендә теге тере йомғаҡты йыуындыра башланым. Бына һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә аҫҡа табан бөгөлгән томшоғо, күҙҙәре, муйындары асыла башланы. Ҡурҡынған ҡара күҙҙәре менән ҡошсоғом мине күҙәтә. Ә үҙенең һелкенерлек тә хәле ҡалмаған. Ҡанаттарына йәбешеп ҡатҡан ләмде оҙаҡ ҡына ебетеп, йыуып төшөрҙөм. Бына инде күгәрсендекенә оҡшаған тәпәйҙәре лә күренде. Ҡошсоғом аҙыраҡ тыпырсына ла башланы. Икенсе һауыттағы таҙа һыу менән уны тағы бер ҡат ҡойондорҙом да өйгә алып индем.
Йомшаҡ ҡына таҫтамал менән башын, күҙҙәрен, томшоғон, ҡанаттарын, тәпәйҙәрен һөртөп киптергәс, карауат өҫтөнә таҙа сепрәк йәйҙем дә ҡошомдо шунда баҫтырҙым. Аяғында үҙе баҫып тора бит! Әҙ генә ҡанат ҡаҡҡандай хәрәкәт тә яһап алды. Тимәк, йәшәйәсәк!
Бала саҡта әсәйем әйткән “Ашамайынса эскә йылы инмәй ул” тигән һүҙҙәр келт итеп иҫемә төштө лә, икмәк киҫәктәренең йомшаҡ ерен ваҡлап, ҡошсоҡ алдына һибә башланым. Ләкин ул емгә боролоп та ҡараманы, баҫҡан урынынан да ҡуҙғалмайынса, бүлмәне күҙәтеүен дауам итте.
Тары һалынған пакетты асып, бер ус ярма һалдым. Тик был ризыҡ та күңеленә хуш килмәне. Ни эшләргә? Әллә һөт йылытып бирергәме? Әммә был эшем дә уңышһыҙ булып сыҡты. Туҡта әле, бәлки, уға бөжәк кеүек тәғәм ярап ҡалыр.
Тиҙ-тиҙ генә бер түтәлдең ситен ҡаҙып селәүсен йыйҙым да, бәләкәй һауытҡа һалып, ҡоштоң алдына ҡуйҙым. Ул иһә күҙ асып йомғансы ҡапҡылап та бөтөрҙө. Ҡошсоғом, бына ниндәйерәк икән һинең яратҡан тәғәмең!
Ҡайнар сәй эсеп алғас, мин дә йылындым, күңелем дә тыныслана төштө. Ә ҡошсоғом карауаттан өҫтәлгә осоп ҡунғас, уның башын һәм ҡабарып киткән ҡаурыйҙарын һыпырып ҡуйҙым. Һыуҙа йыуынып алғандан һуң, хәҙер һиңә ҡояш нурҙарында ла ҡойоноп алырға кәрәктер.
Мин уны ипләп кенә ҡулыма алып, әле һаман ҡанат аҫтындағы ҡаурыйҙары бер аҙ дымлы булыуға ҡарамаҫтан, баҡсалағы ике түтәл араһындағы һуҡмаҡҡа баҫтырҙым. Ҡош аҙыраҡ икеләнеп торҙо ла алға табан йүгерҙе, унан тиҙ генә боролош яһап, миңә ҡаршы атланы. Түтәл ситенән нимәлер семсенеп алды ла, ҡанат ҡағып, ҡойма башына менеп ҡунаҡланы. Яңғыҙ баҫып ҡалыуымды күргәс, ҡабаттан түтәл янына төшөп, һикергеләп алды ла, пыр-пыр килеп, ҡояш нурҙарында кибеп өлгөргән ҡанаттарын елпеп, урманға табан осто. “Һау бул, былбылым”, — тип әйткәнемде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым.
Иртәгәһенә ҡояш шаҡтай күтәрелгәс, ниндәйҙер ҡоштарҙың баҡсала сыр-сыу килгән таныш ауаздарын ишеттем. Сыҡһам, минең былбылым үҙенең ҡәрҙәштәрен алып килгән дә, баҡса ҡоймаһына теҙелешеп, былбылдарға хас шатлыҡлы моң һибә. Мине күргәс, уларҙың барыһы ла түтәл араһына шыбырҙашып төштө лә, ҡыуанышып, сыр-сыу килеп һикергеләп алғас, тағы ҡойма башына, унан зәңгәр күккә күтәрелеп, урман яғына йүнәлде.
Рәхмәт һиңә, былбылым! Һиңә күрһәткән бәләкәй генә изгелегемә дуҫ-иштәрең, туған-тыумасаларың менән килеп, иҫ киткес матур мәҡам менән ҡылған доғағыҙ өсөн. Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең дә, минең дә зекерҙәребеҙҙе ҡабулдарҙан ҡылһа ине. Амин.
Иҫән-имен булығыҙ. Хаҡ Тәғәлә һеҙгә йылы, яғымлы йәйҙәр, мул ризыҡтар, бала сығарып үҫтереү өсөн йомшаҡ оялар насип итһен. Тик туғандарыңды ла, таныш-белештәреңде лә ныҡ итеп киҫәтеп ҡуй: һикергеләп, донъяларын онотоп уйнап йөрөгәндә, асыҡ түбәле тимер бағаналарға баҫмағыҙ. Юғиһә, үҙең кеүек, тәпәйҙәре тайып китеп, шыма торба төбөнә төшөп китеүҙәре бик ихтимал. Уныһынан Аллаһ һаҡлаһын!
Мәғариф РАЯНОВ.
Илеш районы.