Бүленгәнде бүре ашар03.08.2012
Бүленгәнде бүре ашарБашҡорт мәғрифәтселеге тарихын тикшереү барышында татар һәм башҡорт тарихи шәхестәренең биографияларында ифрат ҡыҙыҡлы факттарға тап булаһың. Билдәле, 1917 йылғы ихтилалдарға тиклем, атап әйткәндә, Октябрь большевистик түңкәрелешенә саҡлы, бар мосолмандарҙы төрлө “милләт”тәргә бүлә башлағансы, Иҙел һәм Урал буйы мосолмандары һәм уларҙың зыялы инсандары, йәғни мәғрифәтселәре, бер ваҡытта ла үҙҙәрен “башҡорт” һәм “татар” тип иғлан итмәгән. Мәржәни, Аҡмулла, Фәхретдинов, Камали, Туҡай, Ғафури, Вәлиди, Солтанғәлиев... Барыһы ла бер телдә ижад иткән, бер телдә аралашҡан, халыҡ булып, Урыҫ батшаһының рәсми хакимиәте тарафынан “инородец”тар тип танылып, тыныс ғүмер кисергән.

Ләкин Февраль ихтилалынан һуң Европанан үтеп ингән “милләттең үҙбилдәләнешкә хоҡуғы” тигән әсасты (хикмәт: Европа демократияһының ошо бер принцибын ғына ныҡ үҙләштерәләр!) ҡулланып, һәр ырыу, һәр ауыл тигәндәй, үҙенең мөхтәриәтен иғлан итә. Рәсәйҙең төрки-мосолман берлеге домино һымаҡ “штат”тарға, ә һуңыраҡ “республика”ларға тарҡала. Мосолман терминологияһында “республика” (“йөмһүриәт”) тигән төшөнсә быға саҡлы бөтөнләй ҡулланылмаған да. Башҡортостан автономияһын иғлан итеү барышына ҡағылышлы бер документта ла был һүҙ юҡ. Ни эшләптер хатта Өсөнсө (Ойоштороусы) Бөтә Башҡортостан ҡоролтайының Башҡортостан милли хөкүмәтен һәм Кесе парламентын төҙөү тураһындағы ҡарарҙарында ла “йөмһүриәт” төшөнсәһе табылманы. “Башҡортостан Республикаһы” тигән һүҙбәйләнеш беренсе тапҡыр 1919 йылдың февралендә Ҡыҙылдар яғына сығырға ҡарар ҡылынған Башҡорт хәрби съезында Темәстә яңғырай, ә Башҡорт делегацияһы документында ошо йылдың 17 мартында Мәскәүҙә Совет хөкүмәте менән прелиминар (алдан) килешеү төҙөгән мәлдә тәү тапҡыр яҙыла. 1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан милли хөкүмәте һәм Совет хөкүмәте (РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы) тарафынан ҡул ҡуйылған килешеү Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһын иғлан итә.
Башҡорт әҙәби теленең большевистик варианты урта, көньяҡ һәм көнсығыш төбәк башҡорттарын башҡа төрки телдәрҙән айыра, хатта йөҙәр меңләгән көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын да ситләштерә. Бына ошонда ла инде революцияға тиклемге мәғрифәтселәрҙең биографияһындағы, милли тамырҙарындағы буталсыҡ сәбәптәре. Мирсәйет Солтанғәлиев кеүек тотош донъяла коммунистик революция яһау яҡлыларға башҡорт һәм татар халыҡтары араһында килеп сыҡҡан бындай хәл бер ниндәй әһәмиәткә эйә булмағандыр. Ул бит үҙен башҡорт тип таныған, ләкин беҙгә бөйөк татар шәхесе булараҡ билдәле.
Аҡмулла — дөйөм төрки мосолман донъяһы вәкиле. Уны башҡорттар, ҡаҙаҡтар, татарҙар, ҡарағалпаҡтар үҙ мәғрифәтсеһе тип таный. Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын: әгәр Аҡмуллаға, әйтәйек, Совет осоронда йәшәргә яҙһа! Был хәлдә ул ниндәй телдә ижад итер ине икән?! Ярай әле Мәжит Ғафури һәм Муса Йәлил Совет осоронда йәшәгән — ул ваҡытта шәжәрәңде тикшереү, киреһенсә, ифрат ҡурҡыныс ғәмәл иҫәпләнгән. Береһе — башҡорт, икенсеһе татар булып билдәләнгән икән, шикләнергә һис ярамаған! Хәҙер генә ул тынғыһыҙ белгестәр, бигерәк тә арыу-талыу белмәҫ һәүәҫкәрҙәр, беренсе башҡорт халыҡ шағирының татар булыуын асыҡлауға мөкиббән бирелгән.
Мине ғәйәт тулҡынландырғаны тарихсыларҙың һәм филологтарҙың бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе гәйнә башҡорттарынан икәнен асыҡлауы булды (“Киске Өфө”, 2011. № 17). Минең өсөн был иҫ китмәле яңылыҡ ине, шул уҡ ваҡытта үҙемдең тарихи-фәлсәфәүи тикшеренеүҙәремә ифрат булышлыҡ итте. Тарихты объектив тикшереү өсөн бер нәмә генә зарур — бер кем тарафынан ялғанланмаған, бер кем дә үҙгәртмәгән, саф, ҡоро факт кәрәк. Был минең өсөн еңел бирелмәй, сөнки йәмғиәттә мифологик (яңылыш уны идеологик тип атап йөрөтәләр) ҡараш хөкөм һөрә, башҡорттар һәм татарҙар араһында килеп тыуған мәсьәләләрҙе тикшереүсе юҡ, тарихсылар әкиәт яҙа, телдәр проблемаһы чиновниктарға тапшырылған. Һөҙөмтәлә башҡортса һөйләшкән кешене күрмәҫһең, “башҡортса” яҙылған хаталы алтаҡталарҙы, иғландарҙы уҡып, ни уйларға белмәйһең. Кемгә кәрәк бындай тел? Башҡорт теленең абруйын түбән төшөрөү өсөн махсус кампания барамы ни! Ҙур чиновниктар башҡортса белмәй, мәктәп директорҙарына ҡарата ла шуны уҡ әйтергә мөмкин. Ә бит улар башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға етәкселек итә. Хәҙер демократия заманы — ниңә һуң шундай администраторҙарҙы, директорҙарҙы үҙҙәренә яраҡлы эшкә күсереүҙе һорамаҫҡа?
Йәш журналист Баныу Ҡаһарманова күптән түгел яҙғайны бер күренеш хаҡында. “Илле йәшлек бер эшҡыуар ағай ғүмер буйы үҙен татар тип һанап йөрөгән, — тип яҙҙы Баныу һылыу. — Яңыраҡ, шәжәрәһен төҙөгәндә, үҙенең әйле башҡорто икәнен асыҡлаған. Атаһынан, ни эшләп татар тип беҙҙең башты бутаның, тип һорағас, ҡалала татар булып йәшәүе уңайлыраҡ ине, тигән яуапты ишеткән”. (“Йәшлек”, 2012 йыл, 11 май, 3-сө бит). Бәғзеләр быны кире күренешкә һанайҙыр. Ләкин мин, объектив ҡарашлы булараҡ, был фактты иғтибарлыраҡ тикшерергә бурыслымын. Кеше һәр ваҡыт уңайлылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, рәхәткә ынтыла. Шуның арҡаһында тәрәҡҡиәт (прогресс) үҫешә. Әммә беҙҙең Рәсәйҙә бик аҙ ғына кеше рәхәт йәшәй, сөнки йәмғиәт бик үк алдынғы түгел (сәбәптәрен беләһегеҙҙер, тип уйлайым). Күбеһе ауыр тормошта, мохтажлыҡта йәшәй, ғаиләһен аҫрар өсөн бер нисә эштә мәшғүл. Демократия, ирекле баҙар иҡтисады, барыһына ла бер тигеҙ мөмкинлектәр иғлан ителде, ләкин күбеһе уларҙы нисек файҙаланырға белмәй. Ауыр хеҙмәттә, нужа күреп йәшәүсе кеше ҡайһы телдә, ниндәй мәҙәниәттә аралашырға икән, тип уйлай тиһеңме? Нисек уңайлы, шулай йәшәй. Ҡалала урыҫ теле, татар теле таралған. Кемдең ваҡыты, аҡсаһы бар, кем, ғөмүмән, рәхәттә йәшәй, шул башҡорт телен өйрәнә ала, ләкин улар бер ваҡытта ла шөғөлләнмәйәсәк. Был — экстремаль антропология ҡануны. Йәнәһе, башҡорт телен белеү өҫтәмә бер файҙа ла килтермәй, улар бит былай ҙа яҡшы тормошта көн күрә. Башҡа бер аргумент та кәрәкмәй. Теләһә ни эшлә!..
Ахырҙа шуны әйтмәксемен: Ғабдулла Туҡайҙың әсәһенең тулы исеме Бибимәмдүҙә һәм уның атаһы (шағирҙың олатаһы) Зиннәтулла Пермь губернаһы Уса өйәҙендәге Гәйнә иленең Ҡужаматы ауылынан. Милләте һәм ер-һыуы буйынса башҡорт Зиннәтулла Ҡауам ауылында уҡыған һәм шунан һуң хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Әшир (Ғәшир) ауылында балалар уҡытҡан. Йәш сағында Зиннәтулланың шиғыр яҙыу менән шөғөлләнгәне һәм балаларға белем биргән йылдарында күршеләге Тәхәллим исемле башҡорт ауылындағы Хәким хәлфә менән шиғырҙар яҙышып торғаны билдәле. Төркиәлә эшләп йөрөгән башҡорт ғалимы Әхәт Сәлихов, былтыр Рәсәйҙә Туҡай йылы иғлан ителеүгә арнап, яңы тарихи сығанаҡтар баҫтырҙы. Ул килтергән мәғлүмәттәр бик мөһим. Билдәле булыуынса, башланғыс кластарҙан уҡ беҙҙең мәктәптә бөйөк шағирҙың әҫәрҙәре, биографияһы өйрәнелә, тик унда юғарыла килтерелгән мәғлүмәттәр ҡулланылмай. Әҙәбиәт тарихында ла был сағылырға тейештер. Мәҫәлән, Өфөгә килеүе, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури менән осрашыуы (быйыл был ваҡиғаға теүәл 100 йыл булды), башҡорт фольклоры, халыҡ йырҙары менән ҡыҙыҡһыныуы, уларҙы яҙып алыуы хаҡында. Туҡайҙың ижады буйынса 1917 йылға саҡлы уҡ танылған башҡорт ғалимы Әхмәт-Зәки Вәлиди “Туҡайҙың “Шүрәле”һенә ҡарата тикшеренеү” исемле мәҡәлә яҙа. Ә Японияла Силәбе башҡорттарынан сыҡҡан мәшһүр милләт эшмәкәре Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев етәкселегендәге тәүге мосолман нәшриәте “Матбаған Исламиә”лә Туҡайҙың шиғырҙары баҫылыуы үтә лә мөһим. Кемдер белмәһә, әйтәйем: Ғәбделхәй бабайым ихтилал һәм граждандар һуғышы ваҡытында Бөйөк Рәсәй империяһын яҡлаусы башҡорттарҙың юлбашсыһы булған.
Ҡайһы ваҡыт баштан фетнәсел бер уй ҙа үтеп киткәндәй — шулай уҡ заруримы икән аңлы кешеләргә тел, дин, расаларға бүленеп йөрөү?
Рияз МӘСӘЛИМ.
Бөрө ҡалаһы.


Вернуться назад