Күҙ һала гел халҡына...03.08.2012
Күҙ һала гел халҡына...Бер аҙым алға баҫам да
Әйләнәм мин артыма.
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һаламын халҡыма...

Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың был шиғри юлдары һәммәбеҙгә яҡшы таныш. Ябай кешеләрҙең аһ-зарын йөрәге аша үткәреп, ҡағыҙға төшөргәнгәлер, улар ваҡыт үтеү менән әһәмиәтен юғалтмай.
Халыҡ араһынан сыҡҡан бөйөк шағирҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында төрлө йылдарҙа бихисап эш башҡарылған. Уларҙы һанап бөтөүе лә мөмкин түгел.
Ошо көндәрҙә Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 132 йыл тулды. Был көн йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалманы. Шағирҙың исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт академия драма театры алдында шиғри кисә ойошторолдо. Унда шиғриәтте үҙ итеүселәр бөйөк ижадсының әҫәрҙәрен яттан һөйләне, күңел түренән урғылған ҡайнар хис-тойғоларын белдерҙе. Ҡатнашыусылар араһында Мәжит Ғафуриҙың бүләһе Мирсәйет Ғафуриҙың да булыуы шатлыҡлы ине. Тимәк, шағирҙың нәҫел ебе дауам итә.
— Халҡыбыҙҙың аҫыл улының тос ижады берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, — ти Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәни фондтың рәйесе Люциә Камаева. — Уның шиғырҙарын сит илдәрҙә лә беләләр һәм үҙ итәләр. Был йәһәттән Македония, Төркиә, Болгария менән ныҡлы бәйләнеш тотабыҙ.
Шиғриәт кисәһенең тантаналы өлөшөнән һуң бөтәһе лә шағирҙың ҡәберенә юлланды. Һалынған тере сәскәләр Мәжит Ғафуриҙың үлемһеҙ ижадына сикһеҙ һөйөү билдәһе ине.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ


Вернуться назад