Шиғырҙар03.08.2012
Салауат РӘХМӘТУЛЛА

* * *

...Түрә саҡта “бөйөк” ине:
Дәрәжәләр алды, алды,
Орден-миҙалдар алды!
...Сөйҙөләр —
Хәҙер минән дә
Бәләкәй булып ҡалды?!

* * *

Ижадта — замандар тыныс:
Ел дә юҡ, ямғыр ҙа юҡ!
Һәм...
Яңы “халыҡ шағиры”
Булырҙай шағир ҙа юҡ...

Күршем

— Себерҙә икән хеҙмәтең,
Шуға һирәк күреүем...
— Малайҙы вузға кертергә
Аҡса эшләп йөрөүем...

* * *

...Тамаҡ туймай,
Өҫ бөтәймәй,
Ә эш...
Көн дә, төн дә — эш:
Рәсәйҙә бит
Мәңге-мәңге
Хаталар өҫтөндә эш...

* * *

Башынан серей балыҡ:
Сит илдәрҙә белмәйҙәрҙер,
Беҙҙә — бөлә бар халыҡ!

Йомортҡалар кибетендә

“Беренсе категория” —
Ҙурыраҡ-эрерәктәр.
“Икенсе категория” —
Ҡайтыш кеүегерәктәр.

Хаҡтарына ҡарап ҡына
Торам аптырабыраҡ:
“Ҙурыраҡ”тарға бында ла
Баһалар юғарыраҡ!

* * *

Үҙгәртәләр
Һаман-һаман!
Үҙгәртеп туймайҙар бит!
Ленинды... мавзолейынан
Алырға уйлайҙар бит?!

Мавзолей Мәккәбеҙ ине
СССР — илем — барҙа.
... Ниндәй ил?!
Кемдәр заманы!?
Кәрәкмәй Лениндар ҙа!

Билдәһеҙ йәмғиәт

Ниндәй йәмғиәттә һуң беҙ
Хәҙер?!
Дуҫтар, туғандар!
Коммунизмдарҙа йәшәү
Ине беҙҙең пландар!..

Медицина

“Медицина түләүлеме?” —
Бик күптәр
ҡыҙыҡһына.
Байға — түләүһеҙ!
Ярлыға —
Түләүле
медицина!..


Вернуться назад